Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә ҙур ҡыуаныс менән уртаҡлашты: яҡташыбыҙ, талантлы ғалим Айҙар Ишмөхәмәтов Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин ҡулынан юғары дәүләт наградаһы алды.
Радий Хәбиров Айҙар Айрат улының ғилми юлы тураһында бәйән иткән. Ғалим Рәсәй Фәндәр академияһының М.П. Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттарҙы етештереү һәм тикшереү фәнни үҙәгенә етәкселек итә. Рәсәй Хөкүмәте үҙәктең фәнни коллективына быйыл фән һәм техника өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн премия тапшырҙы.
“Үҙәктең икенсе исеме – Полеомиелит институты. Юғары награда полеомиелитҡа ҡаршы Рәсәйҙә беренсе булып технологияһын әҙерләгән һәм сәнәғәт етештереүенә сығарған өсөн тапшырылған. Ғалимдар уйлап сығарған технология илдең эпидемиологик хәүефлеген, илдең суверенитетын һаҡлап ҡалыуҙы тәьмин итте. Институт Рәсәйҙә һәм күрше илдәрҙә лабораториялар селтәрен булдырҙы һәм халыҡты был ҡурҡыныс ауырыуҙан һаҡлай”, - тип яҙа Радий Хәбиров.
«Әлеге технологик платформаларҙы камиллаштырыу һәм социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе иҫкәртеүҙең яңы алымдарын әҙерләү буйынса көндәлек эшебеҙ һаулыҡ һаҡлауҙың милли системаһын нығытыуға, глобаль эпидемиологик тотороҡлоҡто арттырыуға һәм Рәсәйҙең биотехнология тармағын артабан үҫтереүҙә мөһим булып тора», - тип хәбәр итте Рәсәй Фәндәр академияһының Чумаков исемендәге үҙәге директоры, академик Айҙар Айрат улы Ишмөхәмәтов.
Фән өлкәһендәге премиялар йыл һайын Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры тарафынан ғилми коллективтарға төрлө ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла. Премия менән бүләкләнеүселәргә диплом, почет билдәһе тапшырыла.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.