29 ноябрҙә Краснокама районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хажи һөт заводының етештереү майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе республика булышлығында яңыртылған предприятие эшмәкәрлеге менән танышты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, туҡталып торған һөт заводын реконструкциялау буйынса пландар 2019 йылдың октябрендә "Инвестиция сәғәте"ндә хупланды һәм өҫтөнлөклө проект исемлегенә индерелде. Башланғысты тормошҡа ашырыу сиктәрендә майҙансыҡта производство биналарына ремонт үткәрелде, инженер коммуникациялары яңыртылды һәм 160 миллион һумға заманса ҡорамалдар алынды. Инвестицияларҙың дөйөм күләмендә республика бюджеты 38 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Муниципалитет шулай уҡ лизинг түләүҙәрен ҡаплау буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 2,6 миллион һум бүлде. Бынан тыш, инвесторҙар льготалы кредит алған.
Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров продукцияны етештереү технологияһы менән танышты.Предприятиены ойоштороусы Александр Дегтярев республика етәкселегенә проектҡа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Бындай предприятиелар сифатлы тәбиғи продукция етештерә. Хажи һөт заводы Башҡортостандың төньяғын тәьмин итә, - тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Был - уңышлы тормошҡа ашырылған инвестиция проектының миҫалы. Әгәр ҙә улар артабан үҫешергә ниәтләһә, республика уларға кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер.
Фото: glavarb.ru