5 декабрҙә баш ҡалала VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы үтәсәк. Тәүҙә Ҡырымда уҙғарылған был күләмле иҡтисади форум 2024 йылда Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Өфөгә күсереләсәк. Быға тиклем республика Башлыҡтары Сергей Аксенов һәм Радий Хәбиров ошондай ҡарар ҡабул иткәйне.
Радий Хәбиров форум юғары кимәлдә уҙғарыласаҡ, тип вәғәҙәләне. “Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы - илебеҙ территорияһындағы иң ҙур конгресс ваҡиғаларының береһе. Быйыл уны Европа менән Азия тоташҡан Өфө ҡабул итә. Декабрь башында, йыл һайын үткәрелеүсе халыҡ-ара бизнес аҙналығы осоронда, 90 илдән күп ҡунаҡтар көтәбеҙ. Эксперттарҙың вәкиллекле пулы һәм форумдың көнүҙәк көн тәртибе уңышлы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, яңы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырырға һәм ватан иҡтисады өсөн, шул иҫәптән беҙҙең халыҡ-ара мәнфәғәттәр контурында ҡыҙыҡлы ҡарарҙар тәҡдим итергә мөмкинлек бирер, тип ышанам”, - тине Радий Фәрит улы.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 2015 йылда Ялта Халыҡ-ара форумы ойошторолғандан алып ойоштороу комитетының рәйестәше булып Башҡортостан Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров тора. Ул Ялта форумының үҙенсәлеге шунда, бында сәйәси ҡаршылыҡтар аҡыл һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе еңеп сыға, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. 2014 йылдан Башҡортостан Ҡырымға әүҙем ярҙам итә һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашыра. Ҡырымдың Белогорск районы шефлыҡҡа алынған территория булып тора. Башҡортостан унда юлдар төҙөүҙә һәм ремонтлауҙа, социаль объекттарҙы – мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы һәм мәҙәни учреждениеларҙы яңыртыуҙа ярҙам итә, ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һәм технологиялар менән тәьмин итә, аграр сектор үҫешенә булышлыҡ итә, медицина ҡорамалдары менән тәьмин итә һәм ҡырым медицина учреждениелары өсөн белгестәр әҙерләүҙе ойоштора. Башҡортостан студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыуға булышлыҡ итә, мәҙәни саралар ойоштора, төбәктәр араһында бәйләнештәрҙе нығыта, инвестициялар йәлеп итергә, Ҡырымда сәнәғәт һәм туризмды үҫтерергә ярҙам итә.
“Башҡортостан һәм Ҡырым республикалары араһында тығыҙ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре ике төбәкте үҫтереү өсөн дә файҙалы һәм һөҙөмтәле. Быйыл Өфөлә Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын үткәреү – быға тағы бер сағыу дәлил”, - тип иҫәпләй Башҡортостан Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров. 2017 йылда уҡ БР Хөкүмәте менән Ҡырым Республикаһы Министрҙар Советы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына ҡул ҡуйылды. Ул саҡта Башҡортостанда Ҡырым Республикаһы көндәрен уҙғарыу барышында Сергей Аксенов Өфөнө бик матур ҡала тип иҫәпләүен белдерҙе.
Алтынсы форум Өфөнө Рәсәйҙең ҙур эшлекле үҙәге булараҡ нығытып, бизнес, фән һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек өсөн яңы перспективалар асып, 2024 йылғы донъя иҡтисади көн тәртибендә мөһим этап булырға вәғәҙәләй. Ә 2025 йылда Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы ун йыллығын билдәләйәсәк. Форум йыл һайын донъя иҡтисади сәйәсәтенә һәм сауҙа бәйләнештәренә йоғонто яһап, тотороҡло үҫеш һәм һанлаштырыу кеүек төп иҡтисади проблемаларҙы тикшерә. Сараның ун йыллығы глобаль иҡтисадта һәм Рәсәй бизнесында мөһим этап булып тора. Ялта форумын үткәреү Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара бәйләнештәр һәм иҡтисады өсөн мөһим үҫеш нөктәһе булып тора.
Белешмә: Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы - 2015 йылдан алып Ҡырымда үткәрелгән иҡтисади өлкәләге халыҡ-ара эшлекле сара. Ул Рәсәйҙең иң ҙур дүрт иҡтисади форумы иҫәбенә инә. Туғыҙ йыл элек үткән беренсе форумда донъяның 13 иленән: Рәсәй, Италия, Словения, Төркиә, Гонконг, Япония, Чехия, Швейцария, Греция, Ҡаҙағстан, Израиль, Һиндостан һәм Сербиянан 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Артабанғы йылдарҙа сара динамик үҫешә, ваҡыт саҡырыуҙарына яуап бирә, һәм 2019 йылда үткән форумда ҡатнашыусылар һаны донъяның 89 иленән 4,5 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Форум йомғаҡтары буйынса 215 миллиард һумға 102 килешеү төҙөлгән, 1700 эш урыны булдырылған.
Быйыл Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрергә ҡарар ителде. Өфө үҙенең стратегик урынлашыуы, иҡтисади потенциалы, мәҙәни төрлөлөгө һәм төбәк һәм халыҡ-ара процестарҙа әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында Рәсәйҙә мөһим иҡтисади роль уйнай. Форум сиктәрендә пленар ултырыш үтәсәк, уның темаһы – “Мин – беҙ – күп полярлы донъя. Яңы иҡтисади ысынбарлыҡ. Был төркөм санкциялар фонында көрсөккә ҡаршы ҡарарҙар эҙләү өсөн ойошторола. Айырым секцияларҙың темалары булып Ҡырымдың торлаҡ төҙөлөшө һәм сәнәғәте, Азов буйының үҫеш стратегияһы, Рәсәйҙең туристик потенциалы, финанс системаһын һанлаштырыу һәм башҡалар торасаҡ.
Көндөҙгө форматта 35 ил вәкилдәре ҡатнашыуы тураһында белдерҙе лә инде. Ҡатнашыусы дәүләттәрҙең дөйөм һаны 90-дан артасаҡ. Онлайн-форматта 81 илдең вәкилдәре ҡатнашырға әҙер.