Иҡтисад
2 Декабрь 2024, 13:40

Өфөлә – Ялта форумы

Сара 5 декабрҙә үткәрелә.

Өфөлә – Ялта форумыӨфөлә – Ялта форумы
Өфөлә – Ялта форумы

Өфө ҡалаһында Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы тиккә генә ойошторолмай, сөнки Башҡортостан илебеҙҙең бүтән төбәктәренә һәр йәһәттән дә өлгө һанала. Ысынлап та, баш ҡалабыҙҙың стратегик йәһәттән уңайлы урынлашыуы, иҡтисади потенциалы, мәҙәни күп төрлөлөгө, шулай уҡ әүҙем төбәк һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыуы - шуға асыҡ миҫал. Сара 5 декабрҙә халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы сиктәрендә үткәрелә.

Тап иҡтисади форумда 30 миллиард һумдан ашыу инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса килешеүҙәр төҙөлөп ҡул ҡуйыласаҡ, ҡыҫҡаһы, бөтәһе ете килешеүгә ҡул ҡуйырға уйлайҙар.

Форумда 35 илдән ҡатнашырға теләк белдергәндәр ҙә инде, ә дөйөм ҡатнашыусы илдәр һаны – 90. Онлайн-форматта уға ҡушылырға 81 ил уйлай.

Фото: Ялта иҡтисади форумы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас