Иҡтисад
2 Декабря 2024, 11:45

Күрһәткестәр ҡыуандыра

"Бөтә тармаҡтарҙа ла тиерлек ыңғай динамика күҙәтелә”, – тине Радий Хәбиров.

Күрһәткестәр ҡыуандыраКүрһәткестәр ҡыуандыра
Күрһәткестәр ҡыуандыра

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Росстат мәғлүмәттәренә таянып, иҡтисадҡа бәйле күңелле һандар менән уртаҡлашты.

2024 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар 462,5 миллиард һум тәшкил иткән.

“Инвестицияларыбыҙ кимәле дүрттән бер өлөшкә тиерлек артты. Алты йыл рәттән уларҙы арттырыуҙың ыңғай динамикаһын күрһәтәбеҙ”, – тине республика етәксеһе.

Сағыштырыу өсөн, 2023 йылда был күрһәткес 325,4 миллиард һумға тиң булған. Ташыуҙа һәм һаҡлауҙа, ғилми эшмәкәрлектә, мәҙәниәт һәм спортта, мәғлүмәт һәм элемтәлә, эшкәртеүсе производстволарҙа, һаулыҡ һаҡлауҙа, күсемһеҙ милектә һәм сауҙала ыңғай динамика күҙәтелә.

Шулай уҡ 2024 йылдың 10 айы йомғаҡтары буйынса республикала сәнәғәт етештереүе индексы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,3 процентҡа артҡан.

Дөйөм Рәсәй буйынса был күрһәткес 4,4 процент тәшкил итә.

“Сәнәғәт яҡшы темптар бирә. Бөтә тармаҡтарҙа ла тиерлек ыңғай динамика күҙәтелә”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас