3 декабрҙә Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө хөрмәтенә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың сәнәғәт комплексында фиҙакәр хеҙмәт иткән 66 белгестең ҡаҙаныштары миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.
Радий Хәбировтың ҡотлау сығышы:
– Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Бөгөн беҙҙең республика – илдең алдынғы индустриаль төбәктәренең береһе. Был, һис шикһеҙ, һәр берегеҙҙең һәм коллегаларығыҙҙың ҡаҙанышы.
Сәнәғәт тулайым төбәк тауарының 40 процентын тәшкил итә. Шуныһы мөһим, хатта ҡатмарлы шарттарҙа ла беҙ үҫәбеҙ, сифатлы продукция сығарабыҙ һәм етештереүгә инвестициялар һалабыҙ.
Өс йыл рәттән республика Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге рейтингында алдынғы урындарҙы биләй, индустриаль парктар, технопарктар, сәнәғәт кластерҙары һаны буйынса беренсе урында тора.
“Роснефть”, “Газпром”, “Ростех” һәм башҡа компаниялар структураһына ингән предприятиелар Башҡортостандың иң эре һалым түләүселәре булып тора.
Республиканы үҫтереүгә һәм төҙөкләндереүгә инвестициялар һалалар, граждандарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдыралар.
Дәүләт оборона заказын яуаплы үтәгәне өсөн сәнәғәтселәребеҙҙе айырым билдәләп үтергә теләйем. Был осорҙа иң мөһим бурыстарҙың береһе.
Меңләгән тәжрибәле инженерҙар, технологтар, конструкторҙар һәм башҡа һөнәр оҫталары юғары технологиялы тауар сығарыу өҫтөндә эшләй. Был авиация двигателдәре, вертолеттар, автобустар, электробустар, самосвалдар, бетон ташыусы, һаҙлыҡ йөрөтөүсе, авиация өсөн агрегаттар һәм комплектлаусы, атом энергетикаһы өсөн ҡорамалдар.
Бүләкләнеүселәр тураһында бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ.
Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм үҙ һөнәренә тоғро булған өсөн 25 йыл республиканың дәүләт башҡарма власть органдарында уңышлы эшләгән Василий Михайлович Мельничукты билдәләргә теләйем. Василий Михайлович үҙен грамоталы етәксе һәм юғары квалификациялы белгес булараҡ күрһәтә.
Әйҙәүсе инженер Әхнәвил Хазинур улы Ситдиҡов 50 йыл ғүмерен тиерлек “Автонормаль” Бәләбәй заводы”на бағышлай. Уның эше, шул иҫәптән йәштәрҙең тәжрибәле остазы булараҡ, барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора.
“Витязь” машиналар эшләү компанияһының электр иретеп йәбештереүсеһе Рәфис Хисаметдин улы Әлмөхәмәтов транспортерҙарҙың ышаныслылығын һәм сифатын күтәрергә мөмкинлек биргән бик күп рационализаторлыҡ тәҡдимдәр авторы булып тора.
Энергетика инфраструктураһын үҫтереүгә “Гип-Энерго” компанияһы директоры Александр Александрович Нусенкис ҙур өлөш индерә. Уның махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнашыуын айырым билдәләп үтәм.
Хөрмәтле дуҫтар!
Бөгөн күп кенә сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре Ватаныбыҙҙы намыҫлы яҡлай. Беҙ уларға оло ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Уларҙың барыһы ла ысын геройҙар. Уларҙы еңеү менән иҫән-һау көтәбеҙ! Айырым рәхмәт һүҙҙәре – тармаҡтың абруйлы ветерандарына һәм етештереү алдынғыларына. Барығыҙға ла, ҡәҙерле дуҫтар, яуаплы профессиональ эшегеҙ өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Һеҙгә яңы ҡаҙаныштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Фотолар сығанағы: glavarb.ru.