Интеллект объекттары, айырым предприятиелар өсөн дә, ғөмүмән, илебеҙҙең иҡтисады өсөн дә ҙур роль уйнай. Бөгөн Өфөлә асылған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында иҡтисад секцияһында идеяны нисек итеп капиталға әйләндереү тураһында фекер алыштылар. Әйткәндәй, эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә бөгөн "Эшҡыуарлыҡ көнө" үтте.
– Бөгөн дәүләт тарафынан инфраструктура үҫешһен һәм үҙенең емештәрен бирһен өсөн күп уй-маҡсаттар тормошҡа ашырыла, – тине бизнесты интеллектуаль оҙатыу өлкәһендә эксперттарҙың Эшлекле союзы вице-президенты Олег Дьяченко. – Һәр предприятиеның эшмәкәрлегендә интеллект инструмент булһын өсөн бөтә яҡлап та шарттар тыуҙырырға кәрәк. Артабан да ошо ойошмалар яҡшы эшләһен өсөн алгоритм уйлап табыу зарур.
Олег Дьяченко әйтеүенсә, IT-компаниялар өсөн төбәк кимәлендә һалымды ябайлаштырыу буйынса ташламалар ҡаралған, уның һөҙөмтәһе бар.
Белоруссиянан килгән Денис Муха үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Фото: Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы сайтынан.