Иҡтисад
5 Декабрь 2024, 13:20

Башҡортостан – һәр йәһәттән дә өлгө

Өҫтәүенә, беҙҙең республика ысын мәғәнәһендә конгресс төбәк иҫәпләнә

Башҡортостан – һәр йәһәттән дә өлгөБашҡортостан – һәр йәһәттән дә өлгө
Башҡортостан – һәр йәһәттән дә өлгө

Өфө ҡалаһында 3 – 6 декабрь көндәре XVI Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының барыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Хөкүмәте. Сара, Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяла тиңе булмаған баш ҡалабыҙҙың Көрәш майҙанында бара. Унда бик күп илдәрҙән мәртәбәле делегация ҡатнаша. Сара Өфө ҡалаһында тиккә генә ойошторолмай, сөнки Башҡортостан илебеҙҙең бүтән төбәктәренә һәр йәһәттән дә өлгө һанала. Ысынлап та, баш ҡалабыҙҙың стратегик йәһәттән уңайлы урынлашыуы, иҡтисади потенциалы, мәҙәни күп төрлөлөгө, шулай уҡ әүҙем төбәк һәм халыҡ-ара сараларҙа даими ҡатнашыуы - шуға асыҡ миҫал.

Өҫтәүенә, беҙҙең республика ысын мәғәнәһендә конгресс төбәк иҫәпләнә. Башҡортостандың донъяның төрлө мөйөштәренән иҡтисади сарала ҡатнашыусыларҙы даими йәлеп итеүе шул турала һөйләй.

Шул иғтибарға лайыҡ, Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы – көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләшә торған, дәүләт-ара диалогка ҡоролған профессиональ майҙансыҡ, әлбиттә, киләсәккә маҡсаттар билдәләү өсөн дә ныҡ отошло.

XVI Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының пленар өлөшөндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров йөкмәткеле сығыш яһаны.

Ысынлап та, эшҡыуарлыҡ аҙналығы тәүге көндәренән бик ҡыҙыу башланды. Фекер алышыуға ҡоролған конференциялар, асыҡ һөйләшеүҙе күҙ уңында тотҡан түңәрәк өҫтәлдәр, иҡтисад өлкәһендәге белгестәрҙең сығышы һәм башҡа эшлекле осрашыуҙар - шуға асыҡ миҫал. Мәҫәлән, шишәмбе "Эшҡыуарлыҡ көнө"нә арналды. Аҙна уртаһында "X дөйөм Рәсәй юридик форумы уҙғарылды.

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы көндәрендә халыҡ хужалығы ҡаҙаныштарын сағылдырған бай күргәҙмә эшләне. Бында Белоруссия, Ҡырым, Үзбәкстан һәм, әлбиттә, яҡташтарыбыҙ етештергән аҙыҡ-түлекте күрергә мөмкин ине. Шуныһы, айырым хужалыҡтар ҙа, коллектив предприятиелар ҙа продукцияһын килтергән.

Беларусь Республикаһы еңел сәнәғәттең дүрт предприятиеһын алып килгән. Әйтәйек, Могилевтағы "Лента" компанияһы текстиль продукцяһы, гардиндар, медицина һәм бәйләү-урау материалдары тураһында һөйләне.

– Беҙ Башҡортостан баҙарына тәрән үтеп инеү өсөн яңы һатып алыусылар хаҡында уйланабыҙ, – тине "Лента" асыҡ акционерҙар йәмғиәте тауар һатыу бүлегенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр эшмәкәрлеге буйынса баш белгесе Марина Юревич. – Бөгөн тауарыбыҙҙы Рәсәй буйлап экспортҡа сығарҙыҡ, шул иҫәптән Өфөгә лә. Һүҙ ҙә юҡ, әлегә улар әҙ генә, киләсәктә уның ныҡ артыуына өмөт итәбеҙ.

Үзбәкстан Республикаһының Наманган өлкәһе делегацияһы вәкиле Әбделхәмит Муминов билдәләүенсә, Өфө ҡалаһы менән Наманган араһында дуҫтарса бәйләнештәр булдырылған. Йыл аҙағына Башҡортостандың баш ҡалаһында шоурум асырға уйлайҙар.

Эшҡыуарлыҡ аҙналығының Юридик форумы сиктәрендә Дәүләт Думаһының дәүләт ҡоролошо һәм закондар сығарыу буйынса комитет рәйесе Павел Крашенинников "Дәүләт революцияға ҡаршы" тигән китабының исем туйын уҙғарҙы. 

– Был – дауамлы алтынсы китап, баҫма дәүләт һәм хоҡуҡ йүнәлештәрен үҙенең эсенә ала, – тине Павел Крашенинников. – Мөһим эшкә тотонор алдынан һәр ваҡыт хоҡуҡи сығанаҡтарға таянам, тикшерелгән документтарҙы нигеҙ итеп алам.

Кисә лә эшҡыуарлыҡ аҙналығы сараларға бик бай булды. Тап ошо көндәрҙә Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы үткәрелде. Әйткәндәй, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын барыбыҙ ҙа шатланып ҡабул иттек. Әлеге сарала ошо республиканан килгән вәкилдәрҙе күреү ғорурлыҡ та, ҡыуаныс та ине. Ҡырым иҡтисади яҡтан көслө һәм үҫешкән генә түгел, ә күрһәткестәрен яҡшырта барған төбәк булараҡ та танылды. Был турала ярымутрауҙан саҡырылған ҡунаҡтар бәйән итте.

Ҡырым төҙөлөш һәм архитектура министры Эдуард Щеголевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2023 йылда 1,2 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Ун йыл һуҙымында, төрлө йүнәлештә, туғыҙ меңдән ашыу объект төҙөлгән - балалар баҡсаһы, мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, дауаханалар... Шул һөйөндөрә: балалар баҡсаһына сират тулыһынса бөтөрөлгән.

– Өр-яңы 300 километр юл төҙөлгән, ә рәтләнгән юлдар – дүрт мең километр тирәһе, – тине министр. – Бынан тыш төҙөлгән юл үткәргестәр, күперҙәр... уларҙы телгә алыу артыҡ. Һуңғы ун йылда Ҡырым тотош төҙөкләнде, әле ул икенсе һулышын кисерә. 2014 йыл менән хәҙерге ваҡытты сағыштырһаң, айырма - ер менән күк араһы.

"Ҡырым үҫеш корпорацияһы" акционерҙар йәмғиәте үҫеш офисы директоры Елена Юрченко һөйләүенсә, Өфөлә ҡырымдар ҙур проекттарын күрһәткән – агросәнәғәт комплексынан алып сәнәғәткә хәтлем, улай ғына ла түгел, инвестиция майҙансығынан алып вино ҡойоуға тиклем барыһын да күрергә мөмкин булды.

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы Рәсәйҙе һәм Башҡортостанды, иҡтисад, инновацион һәм инвестициялар йүнәлештәрендә үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Күләмле сараға Башҡортостан сода компанияһының ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы ине. Дөрөҫ, был йәмғиәт төбәктең терәк предприятиеһы һанала.

XVI Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә "Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы" булды. Инвестициялар һәм үҫештәр агентлығының милли ассоциацияһының эксперт майҙансығындағы ултырышта тәрән йөкмәткеле сығыштар тыңланды. "Инфраструктура. Индустриаль парктар: үҫештең заманса тренды һәм дәүләт ярҙамы саралары" темаһына үҙ-ара аңлашыусанлыҡҡа ҡоролған фекер алышыу булды.

Эшҡыуарлыҡ аҙналығында бик күп илдән ҡунаҡтар ҡатнашты, онлайн-форматта уға ҡушылыусылар ҙа бихисап ине. Сара сиктәрендә бай йөкмәткеле күргәҙмәләр ойошторолдо, иң-иңдәр бүләкләнде.  XVI Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы бөгөн тамамлана.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас