Иҡтисад
5 Декабрь 2024, 15:30

Эшҡыуарлыҡ йылдам үҫеш юлында

Инфраструктура. Индустриаль парктар: үҫештең заманса тренды һәм дәүләт ярҙамы саралары

Эшҡыуарлыҡ йылдам үҫеш юлындаЭшҡыуарлыҡ йылдам үҫеш юлында
Эшҡыуарлыҡ йылдам үҫеш юлында

Өфө ҡалаһында 3 декабрҙән алып 6-һына хәтлем Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының барыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ысынлап та, эшҡыуарлыҡ аҙналығы тәүге көндәренән бик ҡыҙыу башланды. Фекер алышыуға ҡоролған конференциялар, асыҡ һөйләшеүҙе күҙ уңында тотҡан түңәрәк өҫтәлдәр, иҡтисад өлкәһендәге белгестәрҙең сығышы һәм башҡа эшлекле осрашыуҙар үтә.

5 декабрҙә лә бик күп төрлө саралар үтте. Мәҫәлән, инвестициялар һәм үҫештәр агентлығының милли ассоциацияһының эксперт майҙансығындағы ултырышта тәрән йөкмәткеле сығыштар тыңланды. "Инфрастурктура. Индустриаль парктар: үҫештең заманса тренды һәм дәүләт ярҙамы саралары" темаһына үҙ-ара аңлашыусанлыҡҡа ҡоролған фекер алышыу булды.

"Өфө" индустриаль паркының идарасы компанияһы директоры Артем Пензин "Өфө" индустриаль паркы: проекттар, этаптар һәм дәүләт ярҙамы саралары" тигән темаға доклад яһаны. Индустриаль парктың дөйөм майҙаны – 298,5 гектар, ул тулыһынса тиерлек файҙаланыла. "Өфө" паркын 2013 йылда төҙөй башлағандар һәм бер нисә йылдан уны файҙаланыуға тапшырғандар. Әйткәндәй, "Өфө" индустриаль паркы Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һәм өлгөлөләрҙән һанала.

Һөйләшеүгә видеобәйләнеш аша Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан Дмитрий Королев менән инвестиция сәйәсәте Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Наталья Шаманская ла ҡушылды. Телмәр тотоусылар Өфөләге Эшҡыуарлыҡ аҙналығына юғары баһа бирҙе.

Бынан тыш Ҡырым Республикаһының сәнәғәт сәйәсәте министры Анушаван Агаджанян, Үзбәкстандан ҡунаҡ Жахонгир Әбдерәхмәнов һәм башҡалар сығыш яһаны.

– Ҡырым тиһәләр, диңгеҙ күҙ алдына баҫа, бынан тыш беҙҙең иҡтисад та бар һәм ул үҫеш юлында, – тине Анушаван Араратович. – Республикабыҙҙа, ысынлап та, иҡтисад үҫешә, ул ғына ла түгел йылдам рәүештә. Ҡырым Рәсәй составына ингәндән алып иркен тын алып ҡалдыҡ.

Анушаван Агаджанян Феодосия тураһында һөйләне, киләсәккә маҡсаттарҙы билдәләне.

Аҙаҡтан төрлө йүнәлештәге килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, иҡтисад белгестәре журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр.

Фото: Илдар Аҡъюлов.  

Эшҡыуарлыҡ йылдам үҫеш юлында
Эшҡыуарлыҡ йылдам үҫеш юлында
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас