Яҡтар фондтың төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген тикшерҙе һәм социаль йүнәлештәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендә республика менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ҡул ҡуйылған килешеү үҙ-ара эш итеүҙең төп йүнәлештәрен, шул иҫәптән аналитик һәм статистик мәғлүмәт менән алмашыуҙы, эш осрашыуҙарын һәм кәңәшмәләрен ойоштороуҙы, шулай уҡ социаль өлкәнең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса үҙ-ара ярҙам күрһәтеүҙе үҙ эсенә ала. Документты тормошҡа ашырыу шулай уҡ берлектәге эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн эш төркөмдәре булдырыуҙы һәм консультациялар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Сергей Чирков осрашыу ваҡытында хеҙмәттәшлектең мөһимлеген һәм Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшмәкәрлегенең масштабын билдәләне. Ул республика етәкселегенә ойошмаға күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсәйҙең Социаль фонды етәксеһе Башҡортостанда инвалид граждандарға һәм МХО-ла ҡатнашҡандарға үҙәкләштерелгән реабилитация сараларын һатып алыу менән шөғөлләнгән компетенция үҙәгенең эшенә айырыуса иғтибар итте.
Төбәк реабилитация ҡорамалдары етештереү өлкәһендә ҙур потенциалға эйә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Республикала ошондай изделиелар етештереү менән шөғөлләнгән предприятиеларға ярҙам итеү программаһын әҙерләгән.
– Программа сеймал, шул иҫәптән металл һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға йыл һайын 50 процентҡа тиклем субсидия биреүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын ошо маҡсатҡа 20-30 миллион һум самаһы аҡса бүләбеҙ. Бындай ярҙам төбәк предприятиеларына производствоны әүҙем үҫтерергә мөмкинлек бирә, - тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru