Иҡтисад
6 Декабря 2024, 15:20

Башҡортостан- экспортта иң әүҙем төбәктәрҙең береһе

6 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишина менән осрашты.

Башҡортостан- экспортта иң әүҙем төбәктәрҙең береһеБашҡортостан- экспортта иң әүҙем төбәктәрҙең береһе
Башҡортостан- экспортта иң әүҙем төбәктәрҙең береһе

Ул Өфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сараларында ҡатнашыу өсөн килде. Көн тәртибендә республика продукцияһын экспортҡа оҙатыуҙы киңәйтеү һәм ойоштороу менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Вероника Никишина билдәләүенсә, Башҡортостан республика тауарҙарын тышҡы баҙарға сығарыуҙа уңыштар күрһәтә, төбәктә сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған экспорт әүҙем үҫешә. 2024 йылдың 10 айы йомғаҡтары буйынса республика 2.0 төбәк экспорт стандартын индереү һөҙөмтәлелеге рейтингында алдынғы урындарҙы биләй.

– Башҡортостан – экспортта иң әүҙем төбәктәрҙең береһе. Урындағы компаниялар 75 илдән партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итә , - тине Вероника Никишина. Экспортты уңышлы үҫтереү әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек, күп ҡатмарлыҡтарҙы еңеп сығыу һәм Рәсәй экспорт үҙәге кеүек төп партнерҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙе талап итә, - тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас