VI Ялта халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар өлөшөндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров былай тине:
– Форум эшендә иң мөһим урынды Рәсәй төбәктәрен берләштереү һәм уларҙың һәр береһенең инициативаһын үҫтереү биләй. Бөгөн попечителдәр советына илебеҙҙең өс губернаторының инеүе лә ошоға баҫым яһай. Сергей Валерьевич Аксенов, Михаил Владимирович Развожаев һәм Радий Фәрит улы Хәбиров шуға асыҡ миҫал. Шул ҡыуаныслы, Ҡырым менән Башҡортостанды күп нәмәләр бәйләй, беҙҙең хеҙмәттәшлек күптән килә. 2018 йылдан алып Башҡортостан Ялта форумын ойшторошоуҙа әүҙем ҡатнашты. Бына ошолар форумға икенсе һулыш бирҙе лә инде.
Андрей Геннадьевичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө ҡалаһы илебеҙҙең әйҙәүсе конгресс үҙәге булып танылды. Хәүефһеҙлек тураһында уйланғанда ла, ысынлап та, сараның Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә уҙыуы отошло.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.