Иҡтисад
6 Декабрь 2024, 13:15

Йөкмәткеле сығыштар тыңланды

Андрей Назаров әйтеүенсә, Өфө ҡалаһындағы Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы үҙенә күрә йылға йомғаҡ яһау ул.

Йөкмәткеле сығыштар тыңландыЙөкмәткеле сығыштар тыңланды
Йөкмәткеле сығыштар тыңланды

Өфө ҡалаһында барған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында бик күп төрлө осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, асыҡ һөйләшеүҙәр  ойошторолдо. Эшҡыуарлыҡ аҙналығының  сиктәрендә "Өфө диалогы: иҡтисади ысынбарлыҡтағы яңы контурҙа институттар һәм донъя берләшеүе" тигән пленар ултырышы булды.

Башта Рәсәйҙең иҡтисади көсөн һәм донъяла тотҡан урынын, Президент Владимир Путиндың, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың илебеҙҙе көсәйтеү һәм йәшәйеште яҡшыртыу тураһындағы сығыштарынан торған видеролик күрһәтелде.

Эшҡыуарлыҡ аҙналығының пленар өлөшөн күренекле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Александр Любимов алып барҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров әйтеүенсә, Өфө ҡалаһындағы Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы үҙенә күрә йылға йомғаҡ яһау ул.

– Үҙ-ара аралашыу майҙанын арттырыу һәм киңәйтеү, үҙебеҙҙең генә институттарҙы төҙөү, иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыу һәм башҡа изге маҡсаттар күҙ уңында тотола, – тине Андрей Геннадьевич. – Көнбайыш илдәре бик ҙур хата аҙым яһаны, уны стратегик хата тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тура килә. Күп илдәргә ҡарата улар ышанысын тулыһынса юғалтты. Көнбайыш илдәре тарафынан беҙгә ҡарата иғлан ителгән санкцияларҙы еңел үтәбеҙ, киләсәктә санкциялар тағы ла булыр, уларҙы ла уҙғарып ебәрербеҙ. Беҙ, рәсәйҙәр, уларға ҡарата көслөрәк була барабыҙ.

Андрей Назаров Башҡортостандың күп илдәр менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәренең ныҡлығын айырым билдәләне.

"Рәсәй эксперт үҙәге" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Вероника Никишина, Сакулер Геральд, Слота Павел һәм башҡалар телмәр тотто, барыһы ла илебеҙҙең донъяла тотҡан урынына, Рәсәйҙең лидер булыуына баҫым яһаны, дөрөҫ сәйәсәт юлда барыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды, шулай уҡ берләшеү, иҡтисадты нығытыу тураһында һүҙ алып барҙы.

 Эшҡыуарлыҡ аҙналығы бөгөн тамамлана.

Аҙаҡтан белгестәр хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Йөкмәткеле сығыштар тыңланды
Йөкмәткеле сығыштар тыңланды
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас