Иҡтисад
7 Декабрь 2024, 06:00

Иҡтисадыбыҙ яңы шарттарға көйләнә

Республикабыҙ иҡтисады был ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡты, үҙен яңы шарттарға көйләй алды. Минең фекеремсә, был йәһәттән төбәк власы мөһим роль уйнаны.  

Иҡтисадыбыҙ яңы шарттарға көйләнәИҡтисадыбыҙ яңы шарттарға көйләнә
Иҡтисадыбыҙ яңы шарттарға көйләнә

3 декабрҙә дүрт сәғәт дауамында барған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында байтаҡ һорауҙар күтәрелде. Төбәк етәксеһе журналистарҙың, халыҡтың һорауҙарына ентекле яуап бирҙе. Улар араһында уның һуңғы биш йылдағы эшен нисек баһалауына ҡағылғаны ла булды.

 “Эшемде баһалай алмайым. Быны халыҡ  әйтһен. Ниндәйҙер баһа ла көтмәйем. Бары тик Башлыҡ вазифаһында үҙемдең эшемде башҡарам”,  – тип яуап биргәйне ул.

Әлбиттә, республикабыҙҙағы ыңғай үҙгәрештәр етәксенең эшенең һөҙөмтәһен дә сағылдыра.

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов был һорауға ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе:

– Шуны билдәләү мөһим, һуңғы дүрт йыл эсендә иҡтисад өлкәһендә илебеҙ алдында, уның терәге булған төбәге Башҡортостан алдында ҡатмарлыҡтар аҙ булманы. Тәүҙә COVID пандемияһы иҡтисади процестарға ныҡлы йоғонто яһаны, махсус хәрби операция башланғас, санкция баҫымы проблемаһы килеп тыуҙы. Республикабыҙ иҡтисады был ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡты, үҙен яңы шарттарға көйләй алды. Минең фекеремсә, был йәһәттән төбәк власы мөһим роль уйнаны.

Башҡортостандың көслө сәнәғәте лә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеүгә ҙур өлөш индерҙе. Бында, ғәҙәттәгесә, әйҙәүсе нефть-газ-химия комплексы ғына түгел, машиналар эшләү һәм башҡа тармаҡтарҙы ла билдәләү мөһим.

Һандар теле менән әйткәндә, былтыр һәм быйыл тулайым төбәк продукты үҫеше 4,5 проценттан да күберәк тәшкил итте. Бының һөҙөмтәһендә инфляция юғары булыуға ҡарамаҫтан, реаль хеҙмәт хаҡтары байтаҡҡа артты.

Властың инвестиция сәйәсәтенә ҙур иғтибары тойола, был да үҙенең иҡтисади емештәрен бирә башланы.

2025 йыл илебеҙ һәм төбәгебеҙ өсөн иҡтисади яҡтан еңелдән булмаҫ. Кадрҙар дефицитының да иҡтисад үҫешенә тотҡарлыҡ яһауы ихтимал. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың көслө иҡтисады ҡатмарлыҡтарға бирешмәҫ һәм халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтереүҙе тәьмин итә алыр тип ышанам.

Фото: Рөстәм Ахунов.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас