Иҡтисад
8 Декабрь 2024, 18:00

“Башҡорт аты” популярлыҡ яулай

“Башҡорт аты” – республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ тарафынан хуплау тапҡан башланғыстарының береһе.

“Башҡорт аты” популярлыҡ яулай“Башҡорт аты” популярлыҡ яулай
“Башҡорт аты” популярлыҡ яулай

3 декабрҙә дүрт сәғәт дауамында барған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында байтаҡ һорауҙар күтәрелде. Төбәк етәксеһе журналистарҙың, халыҡтың һорауҙарына ентекле яуап бирҙе.

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров  Әбйәлил районы фермеры Айтуған Фәттәховтың балалар һәм үҫмерҙәр араһында башҡорт атын һәм йылҡысылыҡты популярлаштырыу тураһында һорауына яуап бирҙе. Республика хөкүмәтендә яңы проект булдырыу мәсьәләһен тикшерәләр, тине ул.

–Эшебеҙҙең иң мөһим һөҙөмтәләренең береһе – беҙ «Башҡорт аты» брендына патент алдыҡ. Аттарыбыҙҙың үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Беҙ был брендты файҙаланған өсөн штраф һала алабыҙ. Шишмә районында башҡорт аты үҙәге төҙөлә. Мин ошо теманы ентекле өйрәнермен һәм республика хөкүмәте кәңәшмәһендә яңы проектты булдырыу мәсьәләләрен тикшерербеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡорт аты” – республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ тарафынан хуплау тапҡан башланғыстарының береһе. Был сара республика өсөн бик әһәмиәтле: ул башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ продукцияһын пропагандалауға, тоҡомло йылҡысылыҡты, халыҡ кәсептәрен, милли уйындарҙы, ат спортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, фестиваль йыл һайын Баймаҡ районында үткәрелә,  былтыр  иһә халыҡ-ара статусын алды. Быйылғы сара 11 илдән һәм Рәсәйҙең 8 төбәгенән 11,5 мең ҡатнашыусыны йыйҙы. Улар иҫәбендә – Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Һиндостан, Пакистан, Төркмәнстан, Гаити, Мысыр, Камерун, Гана, Нигериянан һыбайлылар, спортсылар, ғалимдар һәм бизнес вәкилдәре булды.

Әйткәндәй, Әбйәлил районында “Ҡымыҙ бароны” тип исем алған эшҡыуар Айтуған Фәттәхов фекеренсә, продуктты һатыу менән генә түгел, ә уның тураһында һөйләү һәм етештереүҙе күрһәтеү менән дә аҡса эшләргә мөмкин. Тап шуға күрә ул «Агротуризм» федераль программаһында үҙ көсөн һынап ҡарарға ҡарар итә. Һәм уның проекты 7,5 миллион һум күләмендә «Агротуризм» грантын отоуға ирешә.

7,5 миллион һум күләмендә грантҡа һәм үҙенең 2,5 миллион һумына Айтуған Фәттәхов үҙенең йәйләүендә туристар өсөн атта йөрөү, ҡымыҙ менән дауалау һәм иппотерапия ойошторған. Аҡсаның күп өлөшө техника һатып алыуға йүнәлтелгән: туристарға эргә-тирәлә сәйәхәт итеү өсөн 3 квадроцикл, 1 ҡаргиҙәр һатып алынған. 

Әбйәлил эшҡыуары Айғырбатҡан утарында агротуризмды үҫтереү маҡсатында кемпингтар һәм ҡунаҡ тирмәләре төҙөгән, тирмә формаһындағы ресторан эшләгән, ул  120-150 кешегә тәғәйенләнгән, бында туйҙар, банкеттар үткәрергә мөмкин буласаҡ. 

–Йылҡысылыҡ тармағы үҫешһен өсөн уның өҫтөндә бик күп эшләргә тура килә. Элеккесә аттарҙы үҫтереү һәм үрсетеү генә етмәй. Был йәһәттән төбәктә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән  һәм ҡымыҙ етештереүселәр өсөн Баймаҡ районында йыл һайын үткәрелгән “Башҡорт аты” халыҡ–ара фестивале ҙур ярҙам итә, тип әйтергә кәрәк. Бында башҡорт атына бәйле төрлө конкурстар, мәҙәни саралар, бихисап күргәҙмәләр ойошторола. Әммә йәш быуын башҡорт атына бәйле тарихты, уны үрсетеү юлдарын, хатта ҡымыҙҙы нисек етештерелә икәнен дә белмәй. Шунлыҡтан мин Радий Хәбиров менән тура бәйләнештә йылҡысылыҡты артабан үҫтереү өсөн республика кимәлендә һәр төрлө проекттар кәрәклеген билдәләп үттем. Бигерәк тә йәштәр һәм балалар өсөн. Улар бәләкәйҙән үҙҙәре күреп, аттарҙы һөйөп, уларҙы күреп үҫә икән, бәлки, киләсәктә улар араһында ла зоотехник, мал табибы һөнәрен үҙ итеүселәр, йылҡысылыҡты дауам итеүселәр булыр ине. Шулай уҡ мәктәп туризмын үҫтереү мотлаҡ. Улар урындағы фермерҙарға барып аттар менәнме йәки башҡа малҡайҙар менән танышһа, уларҙы ашатып, бер аҙ тәрбиәләп, һыбай йөрөп ҡайтһалар, йә булмаһа уларға милли ризыҡтар бешереп, уларҙы нисек әҙерләүҙе күрһәткән  оҫталыҡ дәрестәре йәки башҡа саралар теҙмәһен уйларға кәрәк.Мәҫәлән, миңә килһәләр, аттар, кәзәләр тотабыҙ, балыҡ үрсетәбеҙ, төрлө йорт ҡуяндары бар, уларҙы күрһәтә алабыҙ,  – ти Айтуған Илһам улы.

ФЕКЕР

Азат Шәрипов, Баймаҡ хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары

Баймаҡ районының брендына әйләнгән төп сара – “Башҡорт аты” фестивале өсөнсө йыл үтте. Белеүегеҙсә, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү, халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло ат һанын арттырыу, популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.  

Ат һәр ваҡыт башҡорттоң иң яҡын дуҫы була. Бөгөн Башҡортостанда йылҡысылыҡ үҫеше һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау мәсьәләһенең дәүләт кимәленә күтәрелеүе ҡыуаныслы. Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Радий Хәбировҡа Әбйәлилдең “Ҡымыҙ бароны” Айтуған Фәттәховтың биргән һорауы бик урынлы һәм кәрәкле. Йылҡысылыҡты үҫтереүҙе күптәр ат һаны менән генә күҙ алдына килтерә, әммә ул дөрөҫ түгел. Бөгөн йылҡысылыҡ тармағына ла ҙур ярҙам кәрәк, әгәр ҙә республикала башҡор аты ысынлап та үҫешһен тип әйтә икәнбеҙ, республика етәкселеге тарафынан да төрлө дәүләт ярҙамы, “Башҡорт аты” фестиваленең үтеүе, “Ылаҡ”сыларҙың донъя кимәленә сығыуҙары һәм уларҙың еңеү яулауҙары, ат спорты үҫеүе, йылҡы ите продукциялары тейешле баҙарҙы яулауы кәрәк. Шулай уҡ фәнни яҡтан да ул үҫешергә тейеш, сөнки аттарҙың да үҙ паспорты, хатта шәжәрәһе бар. Бөгөн төп хәл итәһе мәсьәләләрҙең береһе булып тап фәнни эҙләнеү, йылҡы тотоусыларға фәнни һәм тикшеренеү, башҡорт тоҡомон һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә  нисек эште алып барырға ярҙам  кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республика халҡы менән аралашыу барышында Радий Хәбиров 65 һорауға яуап бирҙе, тура эфир 4 сәғәт 13 минут барҙы. Башҡортостан Башлығына 9,5 мең мөрәжәғәт, шул иҫәптән 276 видеояҙма килгән. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, барлыҡ һорауҙар буйынса яуаптар әҙерләнәсәк, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.

Фотолар: Айтуған Фәттәховтың шәхси альбомынан

“Башҡорт аты” популярлыҡ яулай
“Башҡорт аты” популярлыҡ яулай
“Башҡорт аты” популярлыҡ яулай
Автор:Карима Усманова
Читайте нас