Иҡтисад
11 Декабрь 2024, 10:15

“Минең финанстарым“ эстафетаһының өсөнсө этабы башланды

Уның темаһы күптәр өсөн актуаль: “Яуаплы кредит“ тип атала.

“Минең финанстарым“ эстафетаһының өсөнсө этабы башланды“Минең финанстарым“ эстафетаһының өсөнсө этабы башланды
“Минең финанстарым“ эстафетаһының өсөнсө этабы башланды

Финанс министрлығы үткәргән эстафетаның өсөнсө этабы 4 октябрҙән 25 декабргә тиклем дауам итә. Темаһы мәктәп уҡыусылары, студенттар, иҡтисади яҡтан әүҙем өлкәндәр, шулай уҡ пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнгән.

Шуныһы мөһим: был этапта ҡатнашыусылар кредитлауҙың бөтә нескәлектәрен өйрәнәсәк, “хәүефле кредиттар” нимә икәнен аңлаясаҡ, уҡыу курсы үтәсәк һәм хатта хыялына аҡса туплай аласаҡ.

2024 йылдан Рәсәй Федерацияһында Финанс грамоталылығын күтәреү һәм финанс мәҙәниәтен формалаштырыу стратегияһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 2030 йылға тиклем йыл һайын “Минең финанстарым“ мәғрифәтселек эстафеталарын үткәреү планлаштырыла.

Башҡортостан эстафетаның һәр этабында әүҙем ҡатнаша. Планлаштырылған һәм үткән саралар тураһында мәғлүмәт https://моифинансы.рф/estafeta/ сайтында баҫыласаҡ.

“Минең финанстарым“ мәғрифәтселек эстафетаһында тулыраҡ мәғлүмәтте проекттың  сайтында белергә мөмкин.

 Фото: mgazeta.com

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас