Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһайны. Унда республика етәксеһе иҡтисад, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре тураһында һөйләне. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡортостанда индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.
Әлеге ваҡытта “РВ-1” радиоэлектрон технопаркын, “Зубов” технопаркының беренсе сиратын төҙөү тамамлана. Алдағы йылдарҙа яңы майҙансыҡтар уникаль технологик компетенцияларҙың үҫеш үҙәге буласаҡ.
“Сәнәғәт кластерҙарын булдырыуҙы дауам итәбеҙ. 18 кластер 200-ҙән ашыу предприятиены берләштерә. Шул уҡ ваҡытта кластерҙарға финанс ярҙам саралары күрһәтелеүен көтмәҫкә кәрәк. Тармаҡ кооперацияһы мөмкинлектәрен файҙаланып, конкурентлыҡҡа һәләтле сифатлы продукция етештерә башларға кәрәк. Республикала бындай уңышлы миҫалдар бар”, – тине Радий Хәбиров.
Республика башлығы “Роснефть”, “Газпром”, “Ростех”, Урал тау-металлургия компанияһы, Башҡортостан сода компанияһы кеүек алдынғы предприятиеларға иҡтисадыбыҙҙың ҡеүәтен, көслө социаль сәйәсәтте тәьмин иткән күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Киләһе йылда “ Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” легендар предприятиеһы 100 йыллығын билдәләй. Юбилей саралары федераль кимәлдә үтәсәк, Рәсәй Президенты ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйған. Өфө моторҙары – республиканың ғорурлығы һәм машиналар эшләү флагманы юбилейын лайыҡлы билдәләргә кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Мөрәжәғәтнамә барышында Радий Хәбиров мөһим бурыс ҡуйҙы – 2030 йылға төбәк тулайым продуктын 4 триллион һумға еткереү. Бөгөн тап иҡтисади фронт махсус хәрби операцияла уңышҡа, милли бурыстарға өлгәшеү өсөн төп фактор.
– Республика Милли инвестиция рейтингы лидерҙары иҫәбенә лайыҡлы инә. Быйыл туғыҙ айҙа беҙҙә инвестициялар дүрттән бер өлөшкә (24,7 процентҡа) артҡан. Ошондай юғары базаны иҫәпкә алып, киләһе йылда күрһәткестәрҙең кәмеүенә юл ҡуйырға ярамай”, - тип ышана төбәк етәксеһе.
Республикала бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған, дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү тәртибе ябайлаштырылған. Ер участкаларын сауҙаһыҙ биреү ваҡытын ҡыҫҡартыу ҙа шулай уҡ мөһим ярҙам.
“Ер буш тормаҫҡа, ә ышаныслы инвесторҙарға, иҡтисадҡа, дөйөм алғанда республикаға һөҙөмтәле эшләргә тейеш. 2030 йылға инвестициялар күләмен 1,25 триллион һумға тиклем еткереү бурысын ҡуям, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ республика етәксеһе торлаҡ төҙөлөшө тармағына ла ҙур бурыстар ҡуйҙы. 2030 йылға был кимәл 4 миллион квадрат метрға етергә тейеш.
– Беҙ төҙөлөш күләме буйынса илдә алдынғы ун төбәк исемлегенә инәбеҙ, үҙебеҙ өсөн рекордлы “3 миллион квадрат метр төҙөйбөҙ” тигән планка алдыҡ. 2030 йылға был күрһәткес дүрт миллионға етергә тейеш. Бының өсөн финанслауҙың альтернатив сығанаҡтарын йәлеп итеү кәрәк. Төп ставканың артыуы, льготалы ипотеканың күләме кәмеүе һәм яңы йорттар төҙөү темптары кәмеүе төҙөүселәр өсөн ысын һанауға әйләнде. Тик беҙ бер нимәгә ҡарамай торлаҡ төҙөлөшөн дауам итергә тейеш. Ауыр ваҡыттар ҡасан да үтеп китәсәк. Оҙаҡламай һорау үҫә башлар һәм быға әҙер булырға кәрәк, – тине ул.
Етәксе белдереүенсә, дәүләт үҙ сиратында тармаҡҡа ярҙам итәсәк.
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү системаһына туҡталды. Ул төбәк иҡтисадының был секторында сифатлы үҫеш тәьмин итеү кәрәклеген билдәләне.
– Республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында айырым әйтәм. 600 меңгә яҡын кеше был секторҙа мәшғүл. Бынан тыш, беҙҙә 250 меңдән ашыу үҙмәшғүл бар. Тулайым төбәк продуктында бәләкәй бизнестың өлөшө тотороҡло үҫешә, бөгөн ул 30 процентҡа яҡынлаша. Бөгөн төп бурыс – кесе эшҡыуарлыҡтың һандан сифат яғына үҫешенә күсеү, – тине Башҡортостан Башлығы. – Эшҡыуарҙарға, айырыуса үҙ эшен башлаусыларға ярҙам күрһәтеүҙе республиканың Гарантия фонды, Төбәк лизинг компанияһы аша дауам итеү мөһим. Был ҙур ихтыяж булған үҫеш институттарын һәр береһе 100-шәр миллион һумға тулыландырырға ҡарар иттек.