Бәләбәйҙә “Беҙҙең икмәк” ойошмаһы икмәк сифатын тикшереү буйынса “Инновациялар һәм йолалар” Бөтә Рәсәй сараһында еңеүсе булған. Сарала Рәсәйҙән 300-ҙән ашыу ойошма ҡатнашҡан, бынан тыш Беларусь, Ҡаҙағстан, Төркиәнән вәкилдәр булған. Бәләбәйҙең “Үҙенсәлекле” һәм “Ауыл икмәге” юғары баһа алған.
- 300 конкурсант араһында иң яҡшыларҙың береһе булып танылыуыбыҙға шатбыҙ. Икмәк бешереү сәнғәте күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 23 төбәгенән, шулай уҡ Белорусь Республикаһынан, Ҡаҙағстандан һәм Төркиәнән 258 төр продукцияның өлгөләре тәҡдим ителде. Башҡортостандан был конкурста беҙҙең ойошма һәм Стәрлетамаҡ вәкилдәре ҡатнашты. Ошондай ҙур сарала призлы урын яулай алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең коллектив һатып алыусыларҙы тәмле һәм сифатлы икмәк менән артабан да ҡыуандырып торор, - тип һөйләне «Беҙҙең икмәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дилара Башарова.
Фото Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан алынды.