Иҡтисад
19 Декабрь 2024, 18:15

Ауыл хужалығы – Рәсәйҙә яҡшы темп менән үҫешкән төп тармаҡтарҙың береһе

Президент ауылдағы кадрҙарға СССР заманында уҡ иғтибар бирелеүен иҫкә төшөрҙө.   

Ауыл хужалығы – Рәсәйҙә яҡшы темп менән үҫешкән төп тармаҡтарҙың береһеАуыл хужалығы – Рәсәйҙә яҡшы темп менән үҫешкән төп тармаҡтарҙың береһе
Ауыл хужалығы – Рәсәйҙә яҡшы темп менән үҫешкән төп тармаҡтарҙың береһе

Рәсәй Президенты Владимир Путин берләштерелгән тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһы барышында ауылға йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеге хаҡында һөйләне.

“Беҙ экспортҡа тауар етештерәбеҙ, әммә ауылда йәш кадрҙар етмәй. Беҙгә яңы кадрҙар йәлеп итеү һәм ауыл халҡын һаҡлап ҡалыу өсөн нимә кәңәш итер инегеҙ?” – тип ҡыҙыҡһынды Владимир Путиндан Новосибирск журналисы Светлана Шевченко.

Президент билдәләүенсә, ауыл хужалығы – Рәсәй Федерацияһында яҡшы темптар менән үҫешкән төп тармаҡтарҙың береһе. Рәсәй донъя баҙарына аҙыҡ-түлек экспортлаусы өс иң эре ил иҫәбенә инә, ә бойҙай буйынса донъяла беренсе урынды биләй.

– Иң мөһим проблемаларҙың береһе – ауылдағы социаль мәсьәләләр, торлаҡ, мәҙәниәт, мәғариф. Ауылды социаль-иҡтисади үҫтереү программаһы бар, ул финанс менән тәьмин ителгән. Әммә был ғына етмәйҙер, моғайын. Иң мөһиме – ауыл кешеһенең йәшәү шарттарын яҡшыртыу, килем кимәлен күтәреү. Беҙ ошо йүнәлештә барасаҡбыҙ, – тип билдәләне Владимир Путин.

Президент ауылдағы кадрҙарға СССР заманында уҡ иғтибар бирелеүен иҫкә төшөрҙө.   

– Ауылда эшләү ҡыҙыҡлыраҡул юғары квалификациялы биология, химия, генетика өлкәһендә төрлө кимәлдәге белгестәр талап иткән индустрия. Дәүләт үҙ сиратында тармаҡ өсөн абитуриенттарҙы йәлеп итеү өсөн барыһын да эшләйәсәк. Ә етештереүселәр белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләү өсөн шарттар булдырырға тейеш, - тип хәбәр итте Владимир Путин.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас