Бәйләнеш булдырыуҙа “Һанлы иҡтисад” милли проекты булышлыҡ иткән.
– Яңы база станцияларын ҡуйыу һөҙөмтәһендә сәфәрҙәр ваҡытында бәйләнештә ҡалыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Бер юлы Күлтабан, Тирәкле, Ҡурғаш, Уҫаҡлы кеүек ауылдарҙа һәм 1500-ҙән ашыу кеше йәшәгән Ҡолмас ауылында ла элемтә сифатын яҡшырҙы, – тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
База станцияларын ҡуйыу арҡаһында хәҙер водителдәр һәм пассажирҙар юлда йырҙар тыңлай, ҡушымталар аша яғыулыҡ өсөн түләй, карталар менән файҙалана ала. Шулай уҡ тиҙ бәйләнеш юлда көтөлмәгән хәлгә тарыусыларға ярҙам саҡыртыу мөмкинлеген бирә. Артабан Инйәрҙән Белорет ҡалаһына тиклем сифатлы бәйләнеш булдырыласаҡ, тиҙәр Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында.
“Һанлы иҡтисад” (нацпроект “Цифровая экономика”) милли проекты иҡтисадта һәм социаль өлкәлә һанлы технологияларҙы индереүгә, юғары технологиялы бизнес өсөн шарттар булдырыуға, донъя баҙарында илдең көнәркәшлек һәләтен үҫтереүгә, милли именлекте нығытыуға һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.