Радий Хәбиров билдәләүенсә, яңы яғыулыҡ ҡойоу станциялары федераль һәм төбәк юлдарында юл яны хеҙмәтен уңышлы үҫтереү миҫалы булып тора.
– Бындай комплекстар иң яҡшы Европа стандарттарына тап килә. Яғыулыҡ ҡойоу станциялары һәм юл яны хеҙмәте автомобилдәр ағымы булған бөтә трассаларҙа ла барлыҡҡа килһен тип тырышабыҙ. Был яҡшы күренеш һәм беҙ ошо эште дауам итәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.
“ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт” компанияһы күп йылдар инде яғыулыҡ һәм эйәрсән тауарҙар һатыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә 625 яғыулыҡ ҡойоу комплексынан һәм 11 нефть базаһынан торған селтәр менән идара итә. Башҡортостанда компанияның 57 яғыулыҡ ҡойоу станцияһы һәм бер нефть базаһы эшләй. Яңы объекттар М-12 «Восток» юғары тиҙлекле магистрален уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итәсәк, республика транспорт инфраструктураһының мөһим өлөшөнә әйләнәсәк.
Республикала юл яны хеҙмәтен үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның буйынса 2021 йылдан Башҡортостан биләмәһендә 877 яңы объект төҙөлдө һәм ғәмәлдәге 881 объект яңыртылды. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 10 миллиард һумдан ашҡан. Йәнә 200-гә яҡын проект тормошҡа ашырылырға тора.
Фото: glavarb.ru