Иҡтисад
22 Декабрь 2024, 15:30

Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе

22 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш режимында ил төбәктәрендә һауа һәм автоюл инфраструктураһы объекттарын асыу тантанаһында ҡатнашты. Башҡортостан аша үткән М-12 “Восток” федераль автомагистраленең 65 саҡрым участкаһы ла – улар иҫәбендә. Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путинға трассаның әҙер булыуы тураһында Илеш районынан хәбәр итте.

Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙеВладимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе
Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе

Сараны асып, Рәсәй Президенты төҙөүселәргә һәм бөгөн асылған объекттар өҫтөндә эшләгән башҡа белгестәргә рәхмәт әйтте.

– Беҙҙә юл селтәрен һәм төп автомагистралдәрҙе үҫтереү эше яйға һалынған. Бер йыл элек, декабрь аҙағында, Мәскәүҙән Ҡазанға тиклем М-12 автомобиль юлының заманса участкаһы файҙаланыуға тапшырылғайны. Был трассаға ихтыяж ҙур, – тине Владимир Путин. – Алдан планлаштырылғанса, был әһәмиәтле магистралде Екатеринбург, Төмән йүнәлешендә үҫтерәсәкбеҙ. Бөгөн Татарстан Республикаһында Түбәнге Кама менән Яр Саллының 80 саҡрымлыҡ урау юлы һәм Башҡортостан Республикаһында бер нисә тораҡ пункттың 65 саҡрымлыҡ урау юлы сафҡа индерелә. Бындай урау юлдар ҡала һәм ҡасабаларҙан транзит ағымын сығарасаҡ, юлдарҙы хәүефһеҙерәк итәсәк, халыҡтың йәшәү сифатына, уларҙың экологик именлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Алты йыл эсендә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 150 мең километрҙан ашыу автомобиль юлы төҙөлдө һәм ремонтланды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса ҙур ҡала агломерациялары юлдарының нормативҡа тура килгән өлөшө маҡсатлы күрһәткескә – 85 процентҡа еткереләсәк. Норматив талаптарына яуап биргән төбәк автотрассалары өлөшө 54 процент тәшкил итәсәк, был план күрһәткесенән дүрт процентҡа күберәк.

– “Йәшәү өсөн инфраструктура” яңы милли проекты ярҙамында юл селтәрен сифатлы яңыртыуҙы, тығындар барлыҡҡа килтергән тар урындарҙы киңәйтеүҙе дауам итербеҙ. Рәсәй ҡалаларында һәм ҡасабаларында, шул иҫәптән Рәсәйгә ҡушылған тарихи биләмәләрҙә йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыуҙы дауам итәбеҙ, – тине Владимир Путин. – Тағы ла бер тапҡыр төҙөүселәргә, күперселәргә, инженерҙарға, проектлаусыларға, бөгөн асылған объекттарҙы төҙөү өҫтөндә эшләгән башҡа бик күп белгестәргә рәхмәт. Хөкүмәт менән төбәк властарының үҙ-ара килешеп эш итеүен айырым билдәләп үтәм. Яңы уңыштар һәм изгелектәр теләйем.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында һөйләне.

– Президенттың системалы ярҙамы, Хөкүмәттең төбәктәр менән штаб эше, шулай уҡ алдан финанслау арҡаһында алты йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектының бөтә күрһәткестәре лә тормошҡа ашырылды. 2018 йылдан алып 1 миллиард квадрат метр асфальт һалынған, –тине Марат Хөснуллин. – Халыҡ-ара транспорт коридорҙарын үҫтереү – эшебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы трассаның әһәмиәтен билдәләне һәм Рәсәй Президенты Владимир Путинға республика халҡы исеменән рәхмәт әйтте.

– Был трасса юл инфраструктураһын ярайһы уҡ яҡшыртасаҡ. Миҫал өсөн, Өфөнән Мәскәүгә тиклем бер ярым тапҡырға тиҙерәк барып етергә мөмкин буласаҡ. Трассаның бөгөн сафҡа индерелгән участкаһына килгәндә, меңәрләгән кеше уны тиҫтәләгән йылдар көттө. Элеккек юл бер нисә ауылды икегә бүлеп үтә ине, хәҙер ул хәл булмаясаҡ. Бының өсөн халыҡтан ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Президентты яңы асылған һәйкәл менән таныштырҙы.

– Минең эргәлә һәйкәлде күрәһегеҙ. Яңы юл участкаһы менән бергә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, летчик-штурмовик Муса Ғайса улы Гәрәевтең һәйкәлен дә астыҡ. Хәҙер беҙгә килеүсе һәр кем Башҡортостандың яҡшы юлдар төбәге генә түгел, геройҙар төйәге икәнен дә беләсәк, – тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы быйыл шулай уҡ республика үҙәген төньяҡ-көнсығыш райондар менән тоташтырыусы 60 саҡрымлыҡ яңы юлдың сафҡа индерелеүе тураһында ла хәбәр итте. Көнсығыш сығыу юлы – ҡатмарлы инженер проекты, ул Өфөнөң транспорт инфраструктураһын яҡшыртты.

Белешмә өсөн:

М-12 “Восток” федераль автомобиль юлына ингән М-7 “Волга” автомагистраленең 65 саҡрымлыҡ участкаһы Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдарын урап үтә. Уны 2021 йылдың йәйендә проектлай башлайҙар, ә төҙөлөш 2022 йылдың көҙөндә башлана.

Төҙөлөш эштәре Илеш, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарында башҡарылған, 1 мең 300-ҙән ашыу кеше, 470 берәмек техника, дүрт бетон һәм биш асфальт-бетон заводы йәлеп ителгән. 6 миллион кубометр тупраҡ, 5 миллион тонна таш инерт материал талап ителде. Юлсылар 1 миллион тоннанан ашыу асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәгән, алты транспорт сиселеше, туғыҙ юл үткәргесе, Баҙы һәм Кеүәш йылғалары аша ике күпер төҙөгән, киләсәктә күп функциялы зоналар төҙөү маҡсатында дүрт ял майҙансығы булдырған. Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары өсөн тоннель тибындағы 17 юл үткәргес төҙөлгән.

Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн 216 километрлыҡ ҡойма, 167 километр яҡтыртҡыс ҡуйылған, юл хәрәкәте менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһы, шул иҫәптән водителдәрҙе реаль ваҡыт режимында юл шарттары хаҡында иҫкәрткән 44 үҙгәреүсән мәғлүмәт таблоһы урынлаштырылған.

Фото: glavarb.ru

Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе
Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе
Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе
Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе
Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе
Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе
Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе
Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе
Владимир Путин Башҡортостандағы яңы юл буйынса хәрәкәткә старт бирҙе
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас