Иҡтисад
24 Декабрь 2024, 17:40

Андрей Назаров: Башҡортостандың төҙөлөш тармағы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә

Яңы йыл алдынан төбәктең төҙөлөш өлкәһенән 100-ҙән ашыу вәкилгә дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, быйыл Башҡортостандың төҙөлөш тармағы ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Байтаҡ ҙур һәм үҙенсәлекле проекттар тормошҡа ашырылған, төҙөүселәр әһәмиәтле ҡоролмаларҙы әҙерләүгә ҙур өлөш индергән.

Андрей Назаров: Башҡортостандың төҙөлөш тармағы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәАндрей Назаров: Башҡортостандың төҙөлөш тармағы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә
Андрей Назаров: Башҡортостандың төҙөлөш тармағы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә

– Республика заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль программала ҡатнаша. Был ҙур проект ике сиратта тормошҡа ашырыла. Уларҙың беренсеһен быйыл февраль башында сафҡа индерҙек – башҡа төбәктәрҙән алдараҡ эшләп бөттөк. Икенсе сират яңы заманса комплекс төҙөүҙе күҙ уңында тота. Унда йәшәү өсөн корпустар, уҡыу-аудитория блогы, лабораториялар, спорт һәм социаль-көнкүреш инфраструктураһы урынлашасаҡ. Бынан тыш, кампуста Геном үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Уны төҙөп бөтөп киләләр. Тәүге студенттарҙы ул киләһе йылда ҡабул итәсәк. Шулай уҡ бында Һаҡлыҡ банкының һанлы технологиялар мәктәбе һәм Генетикалағы мәғлүмәт технологиялары үҙәге эшләй башлаясаҡ, – тип белдерҙе Премьер-министр.

Билдәле булыуынса, Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә өс уникаль спорт объекты төҙөлдө, улар – Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге һәм Ишеү слалом өсөн ҡоролмалар комплексы. Уларҙы Дмитрий Дудко, Марат Әхмәҙуллин, шулай уҡ Игорь Иҡсанов һәм Марат Вәсимов етәкселегендәге ысын профессионалдар командаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөй алды.

Рим Сағманов һәм Валерий Мансуров етәкселегендә бер нисә Республика кардиология үҙәге бинаһы реконструкцияланған. Майҙаны 32 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән объект та республикабыҙ өсөн үҙенсәлекле. Бында поликлиника, диагностика бүлеге, ашығыс һәм планға ярашлы ҡабул итеү бүлмәләре, хирургия бүлексәләре, лабораториялар һәм бик күп ярҙамсы тар махсуслаштырылған бүлексәләр урынлашҡан.

Тағы ла бер ҙур проект – Кушнаренкола 320 урынлыҡ поликлиника. Ул Алексей Лесин етәкселегендәге төҙөүселәр командаһының хеҙмәте һөҙөмтәһендә төҙөлгән. Был яңы заманса һәм юғары технологиялы һаулыҡ һаҡлау объекты Кушнаренко районы халҡын беренсел медицина ярҙамы менән тулыһынса тәьмин итә ала.

Ирек Харисйәнов етәкселегендә Иглин ауылының “Йондоҙло” биҫтәһендә мәктәп төҙөлдө. Был 1225 өҫтәмә уҡыу урыны булдырырға һәм башҡа район мәктәптәрен бушатырға мөмкинлек бирҙе.

Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназия корпустарының береһе реконструкцияланды. Был эште Константин Безруков етәкселегендәге төҙөүселәр командаһы башҡарҙы. Һөҙөмтәлә мәктәп йәшендәге 750 һәм мәктәпкәсә йәштәге 120 бала өсөн өҫтәмә урындар барлыҡҡа килде.

Тәжрибәле етәкселек итеү һөҙөмтәһендә Туймазы ҡалаһында 5-се мәктәп реконструкцияланды. Был уҡыусы урындары һанын 120-нән 500-гә тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе.

Бынан тыш, транспорт инфраструктураһы әүҙем яңыртыла. Урамдар, юлдар, күперҙәр төҙөлә һәм яңыртыла. Мәҫәлән, быйыл Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙә капиталь ремонт билдәләнгән ваҡыттан алда тамамланған. 1,6 мең тоннанан ашыу күләмле металл конструкцияларҙың тимер-бетон балкалары һәм барлыҡ терәк өлөштәре алмаштырылған. Был – Шакша биҫтәһен һәм Иглин районы ауылдарын Өфө менән тоташтырған берҙән-бер артерия. Бындай ҙур эш Александр Ликомаскин етәкселегендәге команда тарафынан башҡарылған.

Шулай уҡ уның ярҙамында Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автомобиль юлын реконструкциялау ваҡытында тамамланды - 70 километрҙан ашыу юл япмаһы һәм Өфө йылғаһы аша күпер төҙөлдө.

Генерал Рыленко урамы һәм Пугачев урамдары сатында транспорт сиселеше эшләй башланы. Ысынында иһә был – юл үткәргесе һәм 4,6 километр оҙонлоҡтағы инеү юлдары менән яңы юл. Объектты Дмитрий Ғилемйәнов етәкселегендәге юл төҙөүселәрҙең тырышлығы менән сафҡа индерергә мөмкин булды.

Мартта күптән көтөлгән объект – Көнсығыш сығыу юлы сафҡа инде. Ул республикала һуңғы тиҫтә йылдарҙың иң мөһим проекттарының береһенә әүерелде. Дөйөм оҙонлоғо 14 километр самаһы, шул иҫәптән тоннелдең оҙонлоғо - 1,2 километр, эстакада менән бергә күперҙең оҙонлоғо – 2,6 километр. Был автомобиль юлы ғына түгел – инфраструктураның алдынғы объекты. Төҙөлөш эштәре Асабали Закавов етәкселегендәге юғары класлы белгестәр командаһы тарафынан башҡарылған.

Артабан төҙөлөш өлкәһе вәкилдәрен бүләкләнеләр. “Төҙөлөш-монтаж компанияһы – 10” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Валерий Мансуров Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды, “Башгражданстрой” тресы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Марат Әхмәҙуллин “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Тармаҡтың 100-ҙән ашыу вәкиле Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүселәре исемдәрен, Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын алды.

– Төҙөлөш – ул һәр саҡ ижад итеү һәм алға барыу. Архитекторҙар һәм төҙөүселәр хеҙмәтен, үҙҙәренең фиҙакәр һәм намыҫлы хеҙмәте менән тыуған төйәгебеҙҙең үҙгәреүенә һәм үҫешенә ҙур өлөш индергән, республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһы ла юғары баһалай. Бетон, асфальт һәм металда һеҙ Башҡортостан тарихына үҙ исемдәрегеҙҙе мәңгелеккә яҙҙығыҙ. Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым, яңы ҡаҙаныштар теләйем һәм башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тип ҡотланы Андрей Назаров һәм ихлас теләктәрен еткерҙе.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Андрей Назаров: Башҡортостандың төҙөлөш тармағы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә
Андрей Назаров: Башҡортостандың төҙөлөш тармағы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас