Иҡтисад
26 Декабрь 2024, 17:10

Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша

Радий Хәбиров төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумының ултырышында ҡатнашты. 

Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашаБашҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша
Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша

Бөгөн, 26 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе. Көн тәртибендә - 2024 йылда милли һәм федераль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары.

- Төҙөлөш тармағы 2024 йылды һәйбәт тамамлай. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» һәм «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекттары буйынса эштәрҙе юғары күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ. Йыл йомғаҡтары буйынса 105 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡ сафҡа индереләсәген, 139 миллион квадрат метр самаһы асфальт-бетон түшәлеүен күрәбеҙ, - тине Марат Хөснуллин.

2024 йылда илдә ҙур юл объекттары асылды, тип билдәләне вице-премьер. Улар иҫәбендә - Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы һәм Башҡортостан биләмәһенән үткән М-12 «Көнсығыш» федераль автомагистраленең 65 саҡрымлыҡ участкаһы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, участка ил Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында асылды.

Илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин докладта «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын ғәмәлгә ашырыу осоронда уңышлы эш алып барылыуын билдәләне. Төҙөлөш тармағы тиҙ арала буласаҡ «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының яңы бурыстарына күсә һәм ағымдағы программаларҙы уңышлы тамамлай.

Ултырышта Донецк, Луганск халыҡ республикаларында, Запорожье, Херсон өлкәләрендә алып барылған эштәрҙе лә тикшерҙеләр. 2024 йылда илдең яңы төбәктәрендә 3,7 мең объект тергеҙелгән.

Марат Хөснуллин штаб, Дәүләт Думаһы, Федерация Советы, Президент Хакимиәте, Хөкүмәт Аппараты, Финанс министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, Төҙөлөш министрлығы, Транспорт министрлығы, башҡа профилле ведомстволар һәм төбәк етәкселәренә һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан ил Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. 2024 йылда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә республиканың 67 муниципалитетында 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. «Таҙа һыу» проекты буйынса төбәктә алты муниципаль берәмек биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөлөшө тамамлана.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы, ағымдағы йылда 213,4 саҡрым юлды норматив хәлгә килтерҙеләр. 2024 йылдың мөһим ваҡиғалары - Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын файҙаланыуға тапшырыу, «Бөрө-Таштүбә-Һатҡы» автомобиль юлын яңыртыу, М-7 «Волга» автомагистрале участкаһын эшкә ебәреү.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас