Республиканың беренсе вице-премьеры - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов 2024 йылда Башҡортостандың Инвестиция комитеты дөйөм хаҡы яҡынса 120 миллиард һумлыҡ 96 проектты хуплауын белдерҙе. 2018 йылдан «Инвестиция сәғәте» форматында бөтәһе 160 ултырыш уҙған, унда 1,2 триллион һумдан ашыу аҡса һалыу күләме һәм 90,6 мең эш урыны булдырыу менән 677 башланғыс ҡаралған.
Билдәләп үтәйек, 2,3 мең инвестиция проекты тормошҡа ашырылыу кимәлендә, шул иҫәптән 369-ы – өҫтөнлөклө.
Ултырышта ҡатнашыусылар төбәктә креатив индустрияны үҫтереү буйынса Совет (штаб) булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ул республика территорияһында ижади проекттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың октябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева республиканың ижади берләшмәһе вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Унда тармаҡты үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре һәм уға республика ярҙамы саралары тикшерелде.
Сығанаҡ: БР Башлығы сайты.