Иҡтисад
26 Декабрь 2024, 17:45

«Инвестиция сәғәте»ндә яңы проекттар хупланды

Бөгөн, 26 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған «Инвестиция сәғәте» ултырышында төбәк иҡтисадындағы һәм социаль өлкәләге яңы башланғыстарҙы ҡаранылар. 

«Инвестиция сәғәте»ндә яңы проекттар хупланды«Инвестиция сәғәте»ндә яңы проекттар хупланды
«Инвестиция сәғәте»ндә яңы проекттар хупланды

«Башҡорт һыуығы» акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Николай Онацкий Өфөлә туңдырма етештереүҙе үҫтереү өсөн заманса компрессор цехы төҙөү проекты тураһында һөйләне. Объектты сафҡа индереү келәт биналарының һәм продукция сығарыу линияларының энергия һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Трамвай урамындағы предприятие майҙансығында модулле бина төҙөлгән һәм кәрәкле технология ҡорамалы ҡуйылған. Объект төҙөлөшөнә йәмғеһе 227 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.

Проект, ярҙам рәүешендә, өҫтөнлөклө статусҡа эйә булды. Инвесторға шулай уҡ техника һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарасаҡтар.

Өфө районында юл буйы комплексын төҙөү пландары хаҡында «Дорогино» компанияһының генераль директоры Эмиль Ғәйетҡолов һөйләне. Проект сиктәрендә инвестор сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендәге эшҡыуарҙарға ҡуртымға биреү өсөн 1 мең квадрат метр майҙанда бина төҙөргә ниәтләй.

«Төбәк туҡланыу предприятиелары селтәре» компанияһының генераль директоры Алексей Филиппенко Өфөнөң Калинин районында «Вкусно и точка» ресторанын төҙөү проекты менән таныштырҙы.

Инвестор Машина эшләүселәр мәҙәниәт һарайы эргәһендәге майҙансыҡта заманса дөйөм туҡланыу йорто төҙөргә ниәтләй. Был 100 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Башланғысты ғәмәлгә ашырыуға һалынған аҡсаның дөйөм күләме - 240 миллион һум.

Башҡортостандың инвестиция комитеты социаль өлкәлә, туризм секторында һәм юл яны сервисында бер төркөм башланғыстарҙы хупланы. Һүҙ Асҡын ауылында «Алма» сервис комплексын, Дәүләкән районында «Яңы тормош» ял базаһын һәм Иглин ауылында автомобиль йыуыу станцияһын булдырыу хаҡында бара.

Бынан тыш, «Инвестиция сәғәте»ндә Нефтекамала «Колибри» клиникаһын төҙөү һәм үҫтереү буйынса проект хуплау тапты. Учреждениела педиатрия, мануаль терапия һәм офтальмология буйынса медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк.

Сығанаҡ: БР Башлығы сайты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас