Хөрмәтле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһы Бөтә Рәсәй конкурсында «Йәмәғәт киңлектәренә инеү төркөмдәре» номинацияһында ҡатнаша һәм Туймазы ҡалаһы майҙанының төҙөкләндерелгән биләмәһен – «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы һәм «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә эшләнгән иҫтәлекле стеланы тәҡдим итә.
26 декабрҙән 28 декабргә тиклем конкурстың аҙаҡҡы этабы – Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй конкурсы финалы үтә.
Һеҙҙән республикабыҙға ярҙам итеүегеҙҙе һәм тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ. Тауыш биреү өсөн һылтанма: https://vk.com/clubfkgs?w=wall-224717408_121040
Фото: www.bashkortostan.ru