Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында республика биләмәһендә төҙөлгән иң яҡшы торлаҡ комплекстары, айырым торлаҡ йорттары һәм социаль инфраструктура объекттары араһындағы йыллыҡ конкурстың һөҙөмтәһе иғлан ителде.
– Ун йылдан ашыу беҙ һәр йыл һайын иң яҡшы торлаҡ комплекстарын, аҙ ҡатлы һәм күп фатирлы йорттар һәм социаль инфраструктура объекттарын билдәләйбеҙ. Улар архитектура-планлаштырыу, конструктив ҡарарҙар, биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе ойоштороу һәм техник-иҡтисади, эксплуатация күрһәткестәре буйынса капиталь төҙөлөш өлкәһендә өлгө булып хеҙмәт итәсәк, – тип билдәләне Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.
“Торлаҡ комплекстары, алты ҡатлы һәм унан юғарыраҡ айырым торлаҡ йорттары” һәм “Аҙ ҡатлы төҙөлөш: алтынсы ҡатҡа тиклемге торлаҡ йорттар” номинацияларында еңеүселәргә 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжәләге дипломдар тапшырылды.
“Мәктәптәр, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары, дауаханалар, поликлиникалар, клубтар” һәм “Музейҙар, мәҙәниәт һарайҙары, театрҙар, эре спорт ҡоролмалары” номинацияларында еңеүсе коллективтарҙың хеҙмәте 1-се дәрәжәләге диплом менән билдәләнде.
Шулай уҡ “Административ биналар” номинацияһында еңеү яулаған коллективтар 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжәләге дипломдарға лайыҡ булды. “Биналарҙы реконструкциялау һәм реставрациялау” номинацияһында өс коллектив 1-се дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25854/