Бөгөн, 15 ғинуарҙа, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов журналистар өсөн матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Сарала республика агросәнәғәт комплексының былтырғы хеҙмәт һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә бурыстар хаҡында фекер алышынды. Алда торған эштәргә килгәндә, ведомство етәксеһе быйылғы сәсеү кампанияһын үткәреүгә китәсәк сығымдың күләмен утыҙ миллиард һум булыр тип баһаланы. Был былтырғыға ҡарағанда 25 процентҡа күберәк.
“Орлоҡ, ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары – барыһы ла ҡыйбатлана. Түләнәсәк хеҙмәт хаҡы ла арта. Аграрийҙарҙың финанс запасы юҡ, ә һуңғы уңыштан алынған табыш күләме йөҙ миллиард һум самаһы тәшкил итә, – тине Илшат Илдус улы. – Предприятиеларға коммерция кредиттары алыу мөмкинлеге юҡ. Әммә был йәһәттән беҙгә уңайлы шарт тыуҙырылды: Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы бәләкәй предприятиелар өсөн – 6,8, ә урта һәм эреләренә 11 процентҡа тиклем лимитһыҙ кредит менән тәьмин итте. Һөҙөмтәлә былтырғы ноябрҙән әлегә ҡәҙәр 11 миллиард һум алдыҡ. Хәҙер сираттағы лимит асылғанын көтәбеҙ. 1 апрелгә тиклем 15-17 миллиард һум алырға тейешбеҙ. Ошо ярҙам нигеҙендә сәсеүҙе тейешле кимәлдә үткәреү мөмкинлеге тыуасаҡ”.
Илшат Илдус улының һүҙҙәренсә, сәсеү 2,8 миллион гектар майҙанда башҡарыласаҡ. Һуңғы йылдарҙа аграрийҙарға ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Сәбәбе – һауа торошондағы киҫкен үҙгәрештәр, шулай уҡ эске иҡтисади көрсөк. Ошондай шарттарҙа иң мөһиме – артығын етештермәү һәм рентабеллеккә өлгәшеү, тине вице-премьер.
Былтырғы эш һөҙөмтәләре буйынса, ауыл хужалығының төп продукциялары артығы менән етештерелгәйне. Шул иҫәптән – сөгөлдөр (2,6 миллион тонна). “Был, бер яҡтан, тарихи рекорд. Әммә ҙур күләмле уңыш беҙҙе көрсөккә килтерҙе, – тине Илшат Фәзрахманов. – Бөгөнгә ҡарата, сөгөлдөрҙөң яртыһын ғына эшкәртеүгә өлгәштек. Шәкәр заводтары көндәр йылына башлағансы эшләй ала. Өҫтәүенә ҡыш йылы, һауа температураһы тотороҡһоҙ. Тимәк, уңыштың күпмелер өлөшө, ҡыҙғанысҡа күрә, баҫыуҙарҙа эшкәртелмәйенсә ятып ҡаласаҡ”.
Шулай ҙа һәр көрсөк яңы мөмкинлектәр тыуҙыра, тип билдәләне вице-премьер. “Бындай осраҡтарҙа тәү сиратта яңы баҙар эҙләй башлайһың. Әйтәйек, әлегә беҙ Африка илдәре менән сауҙа бәйләнештәре булдырғаныбыҙ юҡ. Быйыл ундағы баҙарҙарҙы өйрәнергә планлаштырабыҙ, һөҙөмтәлә беҙҙең шәкәрҙе, ашлыҡты, көнбағыш майын һ.б. һатып алыусылар табылыр тигән ышаныстабыҙ”, – тине Илшат Фәзрахманов.
Уның әйтеүенсә, ауыл хужалығы тармағында белгестәр етешмәүе лә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. “Был проблема менән системалы рәүештә шөғөлләнәбеҙ. Мәктәптәрҙә агрокластар асыу балаларҙы ошо өлкәгә яҡынайтыу мөмкинлеген бирә. Әле республиканың 27 колледжы ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләй. Ғөмүмән, кадрҙарға ҡытлыҡты тармаҡҡа йәштәрҙе әүҙем йәлеп итеү иҫәбенә ҡаплаясаҡбыҙ. Был маҡсатта төрлө яҡлы эш алып барыласаҡ”, – тине министр.
Илшат Фәзрахманов ошо ғинуар айында республикала “ApiGlobal” халыҡ-ара ҡортсолар конгресы үтәсәге хаҡында ла белдерҙе. Сара өс көн барасаҡ, программа бай йөкмәткеле.
Фотолар "Башинформ"дан алынды.