Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Инвестиция комитетеның “Инвестсәғәт” форматындағы быйылғы тәүге ултырышын үткәрҙе. Унда төбәк сәнәғәтендәге һәм ауыл хужалығындағы яңы башланғыстар ҡаралды.
“Урожай” ауыл хужалығы предприятиеһының (ул “Урожай” компаниялар төркөмәнә ҡарай) генераль директоры Радик Рафиҡов Ҡырмыҫҡалы районында селекция-орлоҡсолоҡ үҙәге төҙөү проекты менән таныштырҙы. Уны 120 мең тонна игенгә иҫәпләнгән элеватор менән бергә төҙөүҙе планлаштыралар. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙенең сығышында әйтеүенсә, был элеватор Башҡортостандағы иң ҙур элеваторҙарҙың береһе буласаҡ.
Ултырышта шулай уҡ аҙыҡ сәнәғәтендәге башланғыс та хупланды. Һүҙ “Объединенные Пивоварни – Холдинг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Стәрлетамаҡтағы “Шихан” филиалы ҡорамалдарын яңыртыу тураһында бара. Был хаҡта компанияның финанс буйынса вице-президенты Евгений Савченков һөйләне. Проектты тормошҡа ашырыуға 321 миллион һумдан ашыу бүлергә планлаштырылар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.