Төбәк етәксеһе хужалыҡ эше һәм уның үҫеш перспективалары менән танышты.
Предприятиеның генераль директоры Алмаз Сәхипгәрәев әйтеүенсә, ул 2008 йылда элекке сусҡа комплексын һатып ала һәм ҙур ремонт эштәрен башҡара. 2014 йылдан иһә урында ҡошсолоҡ фабрикаһы эшләй. Уның етештереү ҡеүәте тәүлегенә 90 мең йомортҡаға еткән.
2024 йылдың ноябрендә эшҡыуар Башҡортостандың Инвестиция комитеты ултырышында ҡатнашып, ҡошсолоҡ комплексын артабан үҫтереү проектын тәҡдим итә. Инвестор 630 миллион һум аҡса һалырға һәм майҙансыҡта дүрт ҡошсолоҡ, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөргә ниәтләй. Был йомортҡа сығарыуҙы тәүлегенә 450 меңгә тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Республика эшҡыуарҙың башланғысын хупланы һәм инвестиция проекты һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статусын алды.
Башҡортостан Башлығы эш сәфәре барышында предприятие эше менән танышты, фабрика етәкселеге менән производствоны киңәйтеү пландарын тикшерҙе. Алмаз Сәхипгәрәев ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөлөшө барышы тураһында һөйләне. Әйткәндәй, уны быйыл көҙ сафҡа индерергә планлаштыра.
Төбәк етәксеһе инвесторҙың эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген һәм продукцияның республиканың аҙыҡ-түлек баҙары өсөн әһәмиәтен юғары баһаланы.
Фото: glavarb.ru