Фермер Илшат Хәлилов ит етештереү тармағында үҙ эшен асып, ун йылдан ашыу хужалыҡҡа етәкселек итә.
-Тәүге йылдарҙа эшләп китеүе ауыр булды. Тырышлыҡ менән генә ҡаршылыҡтарҙы еңеп була. Маҡсатыңа ирешеү өсөн төшөнкөлөккә бирелмәҫкә кәрәк, – ти фермер хужалығы етәксеһе.
“Хәлилов” крәҫтиән (фермер) хужалығы - Борай районында алдынғыларҙың береһе. Мал һанын арттырыу уйы менән йәшәйҙәр. Иң мөһиме – продукцияның сифатлы булыуы. Улар етештергән иттең байтағы район мәктәптәре һәм балалар баҡсаларына туҡланыу өсөн китә. Йөҙ баш малды тәрбиәләү рәхәт түгел, фермерға балалары һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Һатыу эшен улы Ришат һәм килене Ленара үҙ өҫтөнә алған. Ҡыҙҙары Эльмира һәм кейәүе Илмир ҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Илшат Хәлилов малсылыҡта байтаҡ тәжрибә туплаған. Крәҫтиән-фермер хужалығын 2002 йылда ойоштора. Малсылыҡ менән бер рәттән, үҙ ҡарамағындағы 150 гектар ергә арпа, бойҙай сәсә, бесәнде лә үҙе әҙерләй.
– Мин бесән, фураж һатып алмайым, барыһын да үҙем үҫтерәм, әҙерләйем һәм йыям, – ти фермер. – Был эштәрҙе башҡарыу өсөн бөтә техникам бар. Комбайндар, тракторҙар, культиваторҙар, сәскестәр – барыһы ла төҙөк, эшкә әҙер.
Фермер булыу рәхәт түгел, хужалыҡ тотоу, мал ҡарау тынғыһыҙ хеҙмәт талап итә. Бындай уңған хеҙмәт эйәләренә, сифатлы продукция етештереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалып, көндө-төнгә яллап эшләгәндәргә һоҡланмау мөмкин түгел.
Гөлназ Хужина фотоһы.