Иҡтисад
27 Января 2025, 15:50

Беҙҙең тәжрибә - илдә иң яҡшыһы

Инвесторҙарға уңайлы булһын өсөн юл яны сервисы объекттарын төҙөкләндереүҙең берҙәм нормалары әҙерләнгән, йәшелләндереү, ял зоналары, интернет, электромобилдәр өсөн заряд колонкалары буйынса аныҡ талаптар билдәләнгән.

Беҙҙең тәжрибә - илдә иң яҡшыһыБеҙҙең тәжрибә - илдә иң яҡшыһы
Беҙҙең тәжрибә - илдә иң яҡшыһы

2021-2024 йылдарҙа Башҡортостанда 1 031 яңыртылған һәм 1018 юл яны сервисы объекты төҙөлгән. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев белдерҙе.

Системалы эш Башҡортостан биләмәһендә Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһы сиктәрендә ойошторолдо. Уның төп маҡсаты - юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар сифатлы хеҙмәттәр ала алырлыҡ заманса юл буйы комплекстарын булдырыу.

Республикала ошо өлкәлә проекттарҙы тормошҡа ашырған инвесторҙарға дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған. Атап әйткәндә, уларға һалым льготалары һәм ер участкаһын сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға алырға мөмкин. Бының өсөн потенциаль майҙансыҡтар исемлеген – “ер банкы”н төҙөгәндәр. Ер участкалары тураһында мәғлүмәт төбәктең Инвестиция картаһында бирелгән.

Инвесторҙарға уңайлы булһын өсөн юл яны сервисы объекттарын төҙөкләндереүҙең берҙәм нормалары әҙерләнгән, йәшелләндереү, ял зоналары, интернет, электромобилдәр өсөн заряд колонкалары буйынса аныҡ талаптар билдәләнгән. Юл буйындағы объекттарҙың экстерьеры һәм интерьеры өсөн стилистик хәл итеү варианттары ла ҡаралған.

Ошо эштәр һөҙөмтәһендә был өлкәлә инвестицион әүҙемлекте ярайһы уҡ арттырыуға өлгәшелгән. Эштә - дөйөм инвестициялар күләме 12 миллиард һум самаһы тәшкил иткән 200-ҙән ашыу проект.

Концепцияны ҡабул итеү федераль селтәр компанияларының Башҡортостан биләмәһенә ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы. 2024 йылдың аҙағында Өфө районының Михайловка ауылында «Ирбис» компанияһының күп функциялы юл буйы комплекстарын һәм Дүртөйлө районының яңы М-12 федераль трассаһында «Лукойл-Уралнефтепродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ике көҙгөлө объектын сафҡа индерҙеләр. Иглин районында йәнә бер объект сафҡа индерелә.

«Башнефть» Башҡортостанда яңы яғыулыҡ ҡойоу станцияларын төҙөү буйынса юл карталарын әҙерләгән. Компания ғәмәлдәге автозаправка станцияларын да яңыртыуҙы дауам итә - 177 объектты яңыртҡан да инде. Ошо маҡсатҡа 500 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

- Юл буйы сервисы йәһәтенән алға китеш бар. Ул иҡтисад та, туризм да, тотош халыҡтың уңайлығы ла, - тине Радий Хәбиров. - Эште дауам итәбеҙ. Үҫеш өсөн мөмкинлектәр бар әле. Етмәһә, беҙҙең тәжрибәне Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыларҙың береһе тип танынылар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас