Башҡортостан ҡала яны тимер юл транспорты үҫеше буйынса илдә лидер төбәктәр рәтенә инә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте”ндә һүҙ шул хаҡта барҙы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республика биләмәһендә тимер юл пассажир ташыуҙарының үҫеш перспективаһы тураһында фекер алышты. Һүҙ бында тәү сиратта юл инфраструктураһын, туҡталыштарҙы, шулай уҡ юл составын яңыртыу тураһында бара.
Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы етәксеһе Антон Гармаш һуңғы биш йылда республикала юл составының 70 проценты яңыртылыуын хәбәр итте.
–Яңы поездар йөрөү йышлығын арттырырға һәм тарихта тәү тапҡыр Өфө ҡала агломерацияһы сигендә такт хәрәкәтен ойошторорға ярҙам итте. Был юлдағы ваҡытты ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе. Шакшанан Дим биҫтәһенә тиклем тимер юл менән 40 минут эсендә барып етергә мөмкин, ә Иглиндан Өфө үҙәгенә тиклем бер сәғәттән кәмерәк ваҡыт кәрәк,– тине Антон Гармаш.
2024 йылда ҡала яны тимер юлы транспортынан 5,4 миллион кеше файҙаланған, был 2023 йыл менән сағыштырғанда 23 процентҡа күберәк. Ә Өфө агломерацияһында электричкалар 2,8 миллион кешене ташыған.
Өфөлә юл составын яңыртыу менән бергә заманса транспорт-күсеп ултырыу төйөндәре селтәре булдырыласаҡ. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев “Уң яҡ Ағиҙел”, “Ҡала мәҙәниәт йорто”, “Черниковка”, “Шакша” тимер юл туҡталыштарын төҙөкләндереүҙәре тураһында һөйләне. Планда – Рәсәй тимер юлдары менән берлектә “Сағыу” биҫтәһендә яңы туҡталыш пункты төҙөү.
Республика буйынса алдағы перспективала – ҡала яны маршруттарының заманса радиаль каркасын –“Башҡортостан радиустарын” булдырыу.Төп йүнәлештәр – Өфө– Һамар, Өфө–Туймазы, Өфө– Сибай, Өфө– Силәбе участкаларында хәрәкәт ойоштороу, шулай уҡ Өфө - Ырымбур маршрутында пассажирҙар ташыу күләмен арттырыу. Бының өсөн республикаға “Финист” электр поездары алынасаҡ. Антон Гармаштың әйтеүенсә, ҡала яны тимер юл транспортын үҫтереү Өфөлә Волга буйы федераль округының эре транспорт хабын төҙөргә ярҙам итәсәк.
Башҡортостан Башлығы Рәсәй тимер юлы менән хеҙмәттәшлекте юғары баһалап: “Бындай хеҙмәттәшлек беҙгә авиация бәйләнешен дә уңышлы үҫтерергә ярҙам итәсәк”,– тип белдерҙе.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/189433.html