Иҡтисад
29 Ғинуар 2025, 09:03

Эшҡыуарҙарға ер өләшәләр

Башҡортостанда былтыр дәүләт һәм муниципаль милектәге ер биләмәләре буйынса 3,5 мең сауҙалашып һатыу үткәрелгән

Эшҡыуарҙарға ер өләшәләрЭшҡыуарҙарға ер өләшәләр
Эшҡыуарҙарға ер өләшәләр

Башҡортостанда былтыр дәүләт һәм муниципаль милектәге ер биләмәләре буйынса 3,5 мең сауҙалашып һатыу үткәрелгән.

Ошо хаҡта бөгөн республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәтәтре министры Наталья Полянская үткәргән матбуғат конференцияһында билдәле булды.

“Сағыштырыу өсөн: 2023 йылда 900 генә сауҙалашып һатыу ойошторолғайны. Дөйөм алғанда, министрлыҡтың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә былтыр республика ҡаҙнаһына 14,5 миллиард һум килде, шуның 5,1 миллиард һумы – дәүләт һәм муниципаль милектәге ерҙе файҙаланыу, ҡуртымға биреү һәм һатыуҙан”, – ти министр.

Ул шулай уҡ Өфө районындағы “Алексеевский” агросәнәғәт комплексын һатырға йыйыныуҙары тураһындағы хәбәрҙең дөрөҫ булмауын билдәләне. Полянская аңлатыуынса, ошо совхозда 11,4 гектар ерҙә яңы теплицалар ҡоролған, асыҡ ерҙә йәшелсә һәм иген культуралары үҫтереү буйынса яңы программа башланған, йәғни хужалыҡты артабан үҫтереү буйынса хәстәрлек күрелә.

Министрлыҡ быйыл да эшҡыуарҙарға ярҙамды туҡтатмаясаҡ, тине ул.  Шул иҫәптән – инвесторҙарға үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ер биләмәләре биреү, биналар урынлашҡан ерҙе ташламалы хаҡҡа һатыу һәм дәүләт мөлкәтен ҡуртымға ташламалы шарттарҙа биреү һәм башҡа ярҙам саралары дауам итәсәк.

Фото: БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас