Иҡтисад
31 Ғинуар 2025, 16:45

Алға, Башҡортостан!

Премьер-министр Андрей Назаров 2025 йыл Башҡортостанда мөмкин тиклем һөҙөмтәле үтһен өсөн республика хөкүмәте яҡын арала ниндәй бурыстарҙы хәл итергә тейешлеге хаҡында уртаҡлашты.

Алға, Башҡортостан!Алға, Башҡортостан!
Алға, Башҡортостан!

Ғинуар тамамланды. Барыһы ла эш ритмына әйләнеп ҡайтты. Ошо уңайҙан 2025 йыл Башҡортостанда мөмкин тиклем һөҙөмтәле үтһен өсөн республика хөкүмәте яҡын арала ниндәй бурыстарҙы хәл итергә тейешлеге хаҡында Премьер-министр Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрендә уртаҡлашып үтте:

  1. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу. 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә бөтә өлкәләргә тиерлек ҡағылышлы 19 яңы милли проект старт алды. Билдәләнгән пландарҙы үтәү граждандарыбыҙҙың йәшәү сифатын яҡшыртырға, иҡтисадтың күп тармаҡтарын яңы кимәлгә сығарырға тейеш.
  2. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам. Был йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде, ә беҙҙең республикала – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы. Бөгөн Башҡортостанда быға йүнәлтелгән 43 саранан торған пакет ғәмәлдә. Мәҫәлән, яугирҙәребеҙҙең балалары түңәрәктәргә һәм балалар баҡсаларына бушлай йөрөй ала, яугирҙәргә бер тапҡыр бушлай шифахана дауалауҙары бирелә. Артабан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү структураһын үҫтерәсәкбеҙ.
  3. Инвестициялар йәлеп итеү. Был күрһәткес буйынса беҙ илдә иң яҡшыларҙың береһе, дүрт йыл инде Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән инвестиция йәлеп итеүсәнлеге рейтингы буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендәбеҙ. Радий Хәбиров 2030 йылға Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләмен 1,25 триллион һумға еткереү бурысын ҡуйҙы.
  4. Сәнәғәт производствоһы темптарын һаҡлау. Техно- һәм индустриаль парктарға ҙур ставка яһайбыҙ. Рв-1 радиоэлектрон технопаркын, шулай уҡ Зубов технопаркының беренсе сиратын төҙөүҙе тамамларға планлаштырабыҙ. Был яңы майҙансыҡтар яҡын йылдарҙа уҡ беҙгә уникаль технологик компетенцияларҙың үҫешен тәьмин итәсәк.
  5. Ауыл хужалығын үҫтереү. Был тармаҡ өсөн үткән ике йыл һауа шарттары арҡаһында айырыуса ауыр булды. 2025 йылда инвесторҙар менән ике ҙур проектты ғәмәлгә ашырыуҙы тамамлайбыҙ, ҡошсолоҡто үҫтереү буйынса республика программаһын үтәүҙе дауам итәбеҙ, ул 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән.
  6. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам. Башҡортостанда был өлкәгә 600 меңгә яҡын кеше йәлеп ителгән, ә тағы ла 250 меңе – үҙмәшғүлдәр. Республиканың Гарантия фонды һәм Төбәк лизинг компанияһы аша бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Башҡортостан етәкселеге был ихтыяжлы үҫеш институттарын финанслауҙы өҫтәмә арттырырға ҡарар итте: һәр береһе 100 миллион һумға буласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм шәхсән мин йәш эшҡыуарҙар менән осрашыу өсөн республика райондары һәм ҡалалары буйлап сәйәхәт итә башлайбыҙ. Проблемаларҙы асыҡлаясаҡбыҙ һәм яңы эш башлаған бизнесмендарға өҫтәмә ярҙам булдырасаҡбыҙ.
  7. Тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеү. Беҙҙең сауҙа партнерҙары араһында 100-ҙән ашыу дәүләт бар. Төп баҫымды төп партнерҙарыбыҙға – Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡытайға яһайбыҙ. Быйылдан “Алға, экспортҡа!” төбәк программаһы старт алды. Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән, һәм беҙ уға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.

Дуҫтар, был беҙҙең алда торған бурыстарҙың бер өлөшө генә. Социаль үҫеш менән бәйле башҡалар тураһында киләһе тапҡыр һөйләйәсәкмен.

Алға, Башҡортостан!

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас