Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы идара иткән “Алға” махсус иҡтисади зонаһында урынлашҡан ZASPORT фабрикаһы былтыр 150 мең дананан ашыу әҙер продукция етештерҙе.
Предприятие 2023 йылдың 16 майынан эшләй башланы. Проект өсөн иғлан ителгән инвестиция күләме 430 миллион һум тәшкил итә. Бында 4552 квадрат метр майҙанда туҡыма бесеү, туҡыу, әҙерләү, тегенеү, ебәкле трафарет баҫмаһы, сублимация, транасферт баҫмаһы цехтары, уҡыу класы, складтар һәм төп етештереүҙе тәьмин итеү һәм административ-көнкүреш бүлмәләр, тәжрибә-эксперимент бүлеге урынлашҡан. ZASPORT фабрикаһы танылған фирмаларҙа яһалған заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Бөгөнгә предприятиела 92 кеше эшләй, әммә кадрҙарға мохтажлыҡты тулыһынса ҡәнәғәтләндереү өсөн тағы ла 200-ҙән ашыу хеҙмәткәр талап ителә. Улар нигеҙҙә тегеү ҡорамалдары операторҙары (тегенсе) булырға тейеш.
Фабрика асылғандан алып ZASPORT кибеттәрендә ваҡлап һатыу өсөн коллекция, “Encore Fitness “ коллекцияһы етештерелгән, «Динамо», «Зенит», «Оренбуржье» волейбол клубтары өсөн экипировка әҙерләнгән.
Фото: социаль селтәрҙән.