Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Фән сәғәте” форматында тематик күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Уны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге базаһында ойошторҙолар.
Кәңәшмәлә тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибендә – тикшеренеү проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм уларға республика яғынан ярҙам саралары.
Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында фәнни коллективтар һәм ойошмаларҙың төбәкте үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне.
“Беҙҙең осрашыу Рәсәй фәне көнө алдынан үткәрелә. Республиканың ғилми йәмәғәтселеген һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Уңыштар һәм мөһим ҡаҙаныштар теләйем! Артабан да республика һәм ил мәнфәғәте өсөн бергәләп эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Күпселек дәрәжәлә фәнни ҡеүәте һөҙөмтәһендә Башҡортостан сәнәғәте үҫешкән алдынғы төбәктәр исемлегенә инә. Өсөнсө йыл рәттән беҙ Фәнни-технологик үҫеш буйынса милли рейтингта тәүге ун төбәк араһында киләбеҙ. Бындағы урыныбыҙҙы артабан да яҡшыртырбыҙ тип уйлайым”.
Төбәк етәксеһе Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең фундаменталь фәнде, ғәмәли тикшеренеүҙәр һәм уйлап табыуҙарҙағы роле мөһим булыуын билдәләне.
“Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге – республиканың төп ғилми үҙәге, илдең төп фәнни учреждениеларының береһе. Һеҙ мөһим тикшеренеүҙәр үткәрәһегеҙ, тәбиғи һәм техник фәндәр өлкәһендә ҙур асыштар яһайһығыҙ. Евразия социаль-мәҙәни киңлегендә гуманитар, этнологик белемде арттыраһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ Үҙәкте үҫтереүгә федераль аҡсаны уңышлы йәлеп итәһегеҙ”.
Башҡортостан Башлығы республиканың ғилми секторға системалы ярҙам итеүе тураһында әйтте.
“Бөгөн беҙҙең алда яңы яуаплы талаптар, масштаблы бурыстар тора. Милли проекттарҙы, ғилми, тармаҡ программаларын тормошҡа ашырыуҙа һынылыш кәрәк. Сәнәғәт предприятиелары, бизнес менән йоғонтоло хеҙмәттәшлек итеү талап ителә. Фәнгә йәштәр ағымын йәлеп итергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
“Фән сәғәте”ндә шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина, Өфө химия институтының электротехник технологиялар өсөн яңы материалдар лабораторияһы мөдире Елена Кузьмина, ошо уҡ институттың полимер химияһы лабораторияһы мөдире Вадим Минғәлиев һәм башҡалар сығыш яһаны.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.