Иҡтисад
7 Февраль 2025, 13:25

Беларустағы Рәсәй илсеһе менән осрашыу булды

Борис Грызлов менән Радий Хәбиров хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе. 

Беларустағы Рәсәй илсеһе менән осрашыу булдыБеларустағы Рәсәй илсеһе менән осрашыу булды
Беларустағы Рәсәй илсеһе менән осрашыу булды

Бөгөн Минскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов менән осрашты. Көн тәртибендә – хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм төрлө йүнәлештәрҙә үҙ-ара интеграция.

Радий Хәбиров Башҡортостан менән Белоруссия араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Борис Грызловҡа рәхмәт белдерҙе. Яҡтар күптән һәм уңышлы хеҙмәттәшлекте киңәйтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Осрашыуҙар юғары кимәлдә үтә, ә аралашыу аныҡ һөҙөмтәләр килтерә.

– Беларусь беҙгә тағы ла яҡынлаша – сәнәғәт кооперацияһы нигеҙендә яңы проекттар, шулай уҡ социаль һәм мәҙәни башланғыстар барлыҡҡа килә, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Мәҫәлән, беҙ туристик йүнәлеште асабыҙ. Тармаҡ проекттарының береһе – “Башҡортостан-белорус оҙон ғүмерлеге” программаһы. Уның буйынса оло йәштәгеләр Беларусь буйлап туристик сәфәргә сыға ала. 3,5 мең самаһы кеше ошондай мөмкинлектән файҙаланған, ә 2025 йылға тағы 1,5 мең кешене йәлеп итеү өсөн аҡса һалған.

Йәштәр менән эшләү хеҙмәттәшлектең мөһим аспекттарының береһенә әйләнде. Башҡортостан Башлығы төбәктә уҡыусыларҙың Белоруссияға сәфәрен ойошторорға ниәтләүҙәрен хәбәр итте.

– Элек бөтә Союздан балалар Беларусь Республикаһына килә торғайны. Беҙ бында уҡыусыларыбыҙҙы алып килергә теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ Беларусь йәштәрен ҡабул итергә, улар өсөн ҡыҙыҡлы мәҙәни-мәғариф программаһы әҙерләргә әҙербеҙ.

Эш осрашыуы барышында тикшерелгән гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендәге тағы бер йүнәлеш - Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу.

– Борис Вячеславович, миңә һеҙҙән хат килде, унда һеҙ Еңеүҙең 80 йыллығына бәйле бер нисә сарала ҡатнашырға тәҡдим итәһегеҙ. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа “Беларусь иҫләй” акцияһында ҡатнашырға әҙер. Шулай уҡ беҙ Беларусь вәкилдәрен үҙебеҙҙә үтәсәк сараларға саҡырабыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Яҡтар иҡтисади бәйләнештәргә айырым иғтибар бүлде. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан белорус продукцияһы өсөн баҙарҙы әүҙем аса. Республикала 80-дән ашыу магазин эшләй, уларҙа Белоруссиянан аҙыҡ-түлек продукттарынан алып еңел сәнәғәт тауарҙарына тиклем тауарҙар һаталар.

- Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының күп йүнәлештәрҙә юғары кимәл күрһәткән субъекттарының береһе. Мәҫәлән, 2023 йылда Өфөлә үткән Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы – өлгөлө сара, – тине Борис Грызлов. – Республика сәнәғәтте һәм экспортты әүҙем үҫтерә.

Яҡтар шулай уҡ артабанғы хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе һәм был йүнәлештә эш дауам ителәсәк тигән ышаныс белдерҙе.

Фото: Башҡоростан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас