Саҡмағош районы эшҡыуарҙары Наилә менән Ринат Мәҡсүтовтар Голландиянан ете меңдән ашыу һуғанбаш һатып ала. Алдан уҡ заманса үҫтереү технологияһын – гидропон методикаһын үҙләштергәндәр, теплицала бөтә кәрәкле шарттар булдырғандар. Ғаилә үҙ эшенә күп көс һәм ваҡыт һалған. Бына бөгөн уларҙың хеҙмәт емештәре күренә лә инде.
“Яҙғы байрамдар алдынан был сәскәләр айырыуса ҙур һорау менән файҙаланыр һәм уңышлы һатылыр, тип ышанам”, – ти Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.
Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарҙың пландары – артабан үҫеү. Саҡмағош районы хакимиәтендә уҙған “Эшҡыуарҙар сәғәте” барышында уларҙың артабанғы үҫеш буйынса башланғысы хупланған һәм “Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам” программаһында ҡатнашыу шарттарын аңлатҡандар.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” шулай уҡ башҡа эшҡыуарҙарҙың юл буйы сервисы объектын асыу һәм йәшелсәселекте үҫтереү буйынса проекттары ҡаралды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, райондарҙа үҙ эшен асырға йәки үҫтерергә теләүселәр иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенә, бизнес шерифтарға мөрәжәғәт итә ала.
Фото сығанағы: https://t.me/yamaleev_rf/9866.