Бөгөн Минскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән осрашты. Көн тәртибендә – иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса “юл картаһы” сараларын үтәү.
Беларусь Премьер-министры Башҡортостан етәкселегенә үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүҙе үҫтерергә ынтылғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– 2024 йыл йомғаҡтары буйынса сауҙаның тигеҙлеген билдәләргә мөмкин – был хеҙмәттәшлектең иң мөһим күрһәткестәренең береһе. Беҙ бер-беребеҙҙе уңышлы тулыландырған өлкәләрҙе таптыҡ, - тине Роман Головченко. - Мөнәсәбәттәр йылдам үҫешә, яңы проекттар барлыҡҡа килә. Тәү сиратта был - сәнәғәт хеҙмәттәшлеге, Башҡортостанда ла, Белоруссияла ла үҫешкән сәнәғәт секторын иҫәпкә алып, етештереү кооперацияһы өлкәһендә үҙ-ара эш итеү.
Роман Головченко Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус заводының берлектәге “Горожанин” маркалы тәпәш иҙәнле троллейбустар етештереү буйынса проектын яҡшы үҫтереү темптарын билдәләне, шулай уҡ Өфөнөң трамвай паркын яңыртыу маҡсатында “Белкоммунмаш” заводы менән яңы проект ойошторорға тәҡдим итте.
Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министрының берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуын юғары баһаланы.
– Иң мөһиме, элегерәк белорус партнёрҙары менән эшләү өсөн тышҡы иҡтисади трекка нисек сығырға белмәгән бизнесҡа, эшҡыуарҙарға ҡапҡа астыҡ, - тине Радий Хәбиров. - Шул уҡ ваҡытта бергәләп бер нисә проект алып барабыҙ. Улар хеҙмәттәшлек итеүҙең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Улар - етди ниәтле эре көслө компаниялар “АМКОДОР”, “1АК-GROUP”.
Машиналар эшләү менән бәйле инвестиция проекттарынан тыш, яҡтар туризм өлкәһендә артабанғы хеҙмәттәшлекте лә тикшерҙе.
- Беларусь Республикаһына Башҡортостан туристары өсөн сағыу, үҙенсәлекле, ҡунаҡсыл төбәк булараҡ ҡарайбыҙ, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – “Башҡортостан-белорус оҙон ғүмерлеге” проектын дауам итербеҙ һәм быйыл уға “Мәктәп туризмы” программаһын өҫтәрбеҙ. Йәғни Белоруссияға балалар өсөн дә турҙар ойошторабыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.