Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылған һәм бөгөн әүҙем үҫешә барған “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе тураһында йыш яҙабыҙ. Был майҙанда яңы резиденттар барлыҡҡа килеүе, уларға һалым буйынса һәм башҡа ташламалар бирелеүе, күпме инвестиция йүнәлтелеүе тураһындағы хәбәрҙәр ҙә йыш донъя күрә. Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалалары араһындағы өсмөйөш майҙанда урынлашҡан, исеме есеменә тап килгән был биләмәнең нисек Башҡортостан иҡтисадын алға этерҙәй көс булып әүерелеүен ошондағы “Аркада” һәм “Zasроrт” фабрикалары миҫалында ла күрергә мөмкин.
Эш кешеләре өсөн махсус кейем тегәләр
...«Аркада» компанияһы эш кейеме етештереү фабрикаһының төп етештереү цехына инеү менән яҡтылыҡ донъяһына сумаһың – һәр тегеү һәм сигеү ҡорамалы өҫтөндә көслө лампалар яна, тегенселәрҙең сағыу кейемдәре лә был яҡтылыҡты көсәйтә кеүек.
Беҙ фабриканың етештереү етәксеһе Марина Дратова менән ошо ҡорамалдар араһынан үтәбеҙ. Уларҙа эш менән мәшғүл булған тегенселәр беҙҙе шәйләмәй ҙә кеүек, сөнки башҡарған процестары машина энәһенән күҙ алмауҙы, йәғни өҙлөкһөҙ иғтибарҙы талап итә.
– Беҙҙең фабрика 2021 йылдың декабрендә асылды, – атлап барған ыңғайы Марина Александровна коллективтарының тарихын да телгә алды. – Предприятие мең кешегә эш урыны биреүгә иҫәпләнгән. Дүртенсе йыл инде эшселәр өсөн махсус кейем тегеү менән шөғөлләнәбеҙ, ҡышҡыһын да, йәй өсөн йоҡараҡ булғанын да етештерәбеҙ. “Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәте, Мәскәү метрополитены беҙгә күпләп заказ бирә. Рәсәйҙең күп предприятиелары эшселәр өсөн махсус кейемде беҙҙән һатып ала. Мин үҙем Ишембай ҡалаһында тыуып үҫтем, һуңғы йылдарҙа ҡаланың иҡтисади һәм социаль яҡтан да үҫеше әүҙемләшә барыуын күрмәү мөмкин түгелдер, был алға китешкә беҙҙең “Алға” махсус биләмәһенең йоғонтоһо ла ҙур, әлбиттә.
– Ә башҡа тармаҡтарға, әйтәйек, ауылдағы фермерҙар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн эш кейеме тегәһегеҙме? – тип һорайым.
– Ҡайҙан заказ була, барыһына ла тегергә әҙербеҙ, – ти етештереү бүлеге етәксеһе. – “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте, мәҫәлән, заказ биргәндә ниндәй эш кейеме теләгәнен, уны нисек күҙ алдына килтереүен ентекләп яҙа, күрһәтә, артабан беҙ улар буйынса лекало яһайбыҙ, заказсы менән килешәбеҙ, шунан ғына сеймал станоктарға тапшырыла һәм тегеү процесы башлана.
“Аркада”ның өҫтөнлөктәре нимәлә?
– Фабриканың баштан уҡ уңышлы эшләп китеүенең сәбәптәрен нимәлә күрәһегеҙ, уның башҡа предприятиелар менән сағыштырғанда өҫтөнлөктәре бармы?
– Беренсенән, эш шарттарының яҡшы булыуы, – ти Марина Дратова. – Заманса проект буйынса төҙөлгән, яҡты, таҙа һәм йылы бинала урынлашҡанбыҙ. Коллективта һәр кемгә тулы социаль пакет бирелә, “аҡ” эш хаҡы алалар. Ҡайһы бер шәхси предприятиеларҙан айырмалы, сирләгән ваҡыт өсөн түләнә, отпускылар бирелә. Беҙҙә Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларынан шулай уҡ Ишембай районынан кешеләр эшкә йөрөй, предприятие уларҙы көн дә үҙ транспорты менән бушлай алып килә. Бынан тыш, төшкө аш та түләүһеҙ, уның өсөн хеҙмәт хаҡынан тотоп алып ҡалмайҙар.
– Яҡындағы Ишембай ҡалаһынан килеп етеүе тиҙерәктер ҙә, ә бына ауылдан, ай-һай, еңел түгелдер. Иртәнге сәғәт 8-гә эшкә һуңламай килеп етеү өсөн сәғәт нисәлә өйҙән сығып китәһегеҙ? – тип һорайым бер тегенсе ҡатындан.
– Ә беҙгә ошондағы ятаҡтан урын бирелде, шуға бындай проблема юҡ, – тип йылмая ул, теген машинаһы аҫтына шыуып инеп барған туҡыманы ҡулдары менән бөгөп ултырыуҙан бер нисә секундҡа ғына айырылып. – Ике көн эшләйбеҙ, ике көн ял, ауылға ҡайтып, ундағы эштәрҙе тамамлап килергә форсат бар.
– Тегенсе булып ҡатын-ҡыҙҙар ғына эшләй тип уйлай инем, һеҙҙә ир-егеттәр ҙә байтаҡ икән, – тим, цехтағы эшләүселәргә күҙ һалып.
– Беҙ 2022 йылда суд тарафынан холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителгәндәрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү буйынса проектҡа ҡушылғайныҡ, – ти Марина Александровна. – Хәҙер шундай яза ла ҡулланыла бит: хөкөмгә тарттырылған кеше ҡайһы берҙә иркенән мәхрүм ителмәй, ләкин улар, хөкөмдө башҡарыу яҙмаһында тәғәйенләнгәнсә, кемгәлер йәки ниндәйҙер ойошмаға йә булмаһа дәүләткә ҡарата бурысын эшләп түләргә тейешле. Ишембайҙа ундайҙар өсөн Холоҡ төҙәтеү үҙәге булдырылған, ике ятағы бар, егеттәр шунда йәшәй һәм беҙгә эшкә йөрөй. Шуныһы ла мөһим: улар башҡалар менән бер тиң шарттарҙа эшләй. Хеҙмәт хаҡы ла шул уҡ, отпуск та бирелә. Фәҡәт күпмелер сумма, бурысты ҡаплау маҡсатында, дәүләт файҙаһына тотоп алып ҡалына.
– Кешеһе булмаған станоктар ҙа күренә. Күп урындағы кеүек, һеҙгә эшләүселәр тағы ла кәрәктер әле, моғайын? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Эйе, әйткәнемсә, мең кеше күҙ уңында тотолһа ла, бөгөнгә беҙҙә 400 эшсе генә эшләй, йәғни тағы ла талап ителә. Шул маҡсатта фабрикаға даими саҡырып торабыҙ, мәҫәлән, колледждар студенттары өсөн экскурсиялар ойошторабыҙ, уларҙың каникул осоронда беҙгә килеп эшләү мөмкинлеге лә бар. Хеҙмәт хаҡы етештергән күләмгә ҡарап һәм премиялы, үткән айҙа ул уртаса 47 мең һум тәшкил итте.
“Һөйгәнемде фабрикала таптым”
Ярым әҙер махсус эш кейемен өҫтәлгә һалып, ҡайсы менән ҡырҡып торған ҡыҙ янында туҡталабыҙ. Кейем өсөн шаблондар әҙерләүсе Әлиә Сидорова икән. Уның ошондағы хеҙмәте менән ҡәнәғәт булыу-булмауын һорашам.
– Бында өс йыл эшләйем, тәүҙә тегенсе булып башлағайным, хәҙер шаблондар операцияһын йөкмәттеләр, – ти ул. – Һәр процесс үҙенсә ҡыҙыҡлы, коллективтағы мөхит, үҙ-ара мөнәсәбәт миңә ныҡ оҡшай. Сменанан һуң ҡалып эшләү тигән нәмә бында юҡ, сөнки эш ваҡытында техник сәбәптәр арҡаһында туҡтап тороуға юл ҡуйылмай. Элегерәк Ырымбур өлкәһендә йәшәнем, бында килергә Ишембайҙа йәшәгән атай-әсәйем өгөтләне. Шунда уҡ, уйлап та тормай тигәндәй, “Аркада”ға килеп эшкә урынлаштым. Ишембайҙа фатир өсөн ипотека кредиты алыуы ла анһатыраҡ икән, уны бер ауырлыҡһыҙ түләйем.
Егеттәр ҙә бында байтаҡ, улар тегенсе булып ҡына түгел, ә техник көйләүсе булып та эшләй. “Улар араһында һөйгәнемде лә таптым, шуғасы Дүшәнбаева инем әле”, – тип көлә Әлиә Сидорова.
Тимер юлсылар кейеме өсөн “шеврон” әҙерләү операцияһындағы Лилия Кондрашова һәм Наталья Хисмәтуллина менән һөйләшеү ҙә был уңған тегенселәрҙең үҙ эшенән ҡәнәғәт булыуын күрһәтте. “Цех эшләй башлаған ғына мәлдәрҙә туҡтап тороуҙар була торғайны, ундай хәлдәр эш хаҡына ла кире йоғонто яһай, әлбиттә, ә хәҙер бындай күренеш күптән күҙәтелмәй, сәбәбе – резерв ҡорамалдар булыуында, ниндәйҙер тотҡарлыҡ була ҡалғанда шунда уҡ ошо станоктарға күсергә була”, – ти улар.
“Килегеҙ, тегенсе һөнәренә өйрәтәбеҙ”
Спорт кейеме етештереү буйынса автоматлаштырылған «Zasporт» фабрикаһы ла ошо уҡ майҙанда урынлашҡан һәм шулай уҡ бинаһының ҡоролошонан, һәр нәмәнең зауыҡ менән яһалышынан, цехтар һәм ярҙамсы бүлектәрҙең урынлашыуынан уҡ заманса предприятие тәьҫире ҡалдыра. Предприятиеның директоры Александр Жирнов беҙҙе ингән урында уҡ ҡаршы алды. Телефондан һөйләшкәндә “Ваҡытым аҙ, эш буйынса Өфөгә барырға йыйынам”, тиһә лә, цехтарҙы етәксе шәхсән үҙе күрһәтергә булды.
Был предприятие линияларында ла, “Аркада”лағы кеүек, “Джуки” һәм “Канзай” станоктары геүләп ултыра.
– Бик матур кейемдәр. Был спорт тауарҙарын кибеттәрҙә һатыуға ебәрәһегеҙме? – тип һорайым Александр Жирновтан.
– Беҙ уны “Zasрорт” компанияһына ғына ебәрәбеҙ, ә уның үҙ баҙар системаһы бар, – ти ул. – Фабрика етештереү менән генә шөғөлләнә.
– Кадрҙарға мохтажлыҡ бармы?
– Бар, әлбиттә, хеҙмәткәрҙәр бөгөнгө заманда һәр урында кәрәк, – ти директор. – Республика Хөкүмәте ҡарары менән килешеү нигеҙендә мәшғүллек үҙәктәрендә тегенсе һөнәренә өйрәнеү буйынса төркөмдәр ойошторолдо.
Директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары Гөлназ Наставшева продукцияның сифатын тикшереү менән мәшғүл ине, уны ла әңгәмә өсөн бер-ике минутҡа эшенән айырырға тура килде.
– Бер тотҡарлыҡһыҙ алға барабыҙ, күптән түгел махсус кейем-һалым етештереүгә күстек, тәүҙәрәк бәйләнгән туҡыма менән генә эш итергә өйрәнгән станоксыларға был күсеш ауырға тура килмәҫме икән тип хафаланһаҡ та, бер ҡыйынлыҡ та булманы, тиҙлек арта бара, – ти ул.
Цехта шулай уҡ, компанияның заказына ярашлы, йәйге фитнес-коллекция ла әҙерләйҙәр. Александр Сергеевич төрлө ҡалынлыҡта һәм туҡыманан эшләнгән, төрлө тәғәйенләнештәге бирсәткә өлгөләрен күрһәтте. Ниндәйҙәре генә юҡ...
Был ике фабриканан да ҙур тәьҫораттар менән ҡайтып киттек. Заманса йыһазландырылған һәм эш алымдарын ҡулланған предприятиеларҙың ниндәй булырға тейешлеге хәҙер асыҡ билдәле. “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе етештереү тармаҡтарындағы башҡа хеҙмәт коллективтары өсөн өлгө булырлыҡ.
ФЕКЕР
Александр ЖИРНОВ,
“ZASPORT” фабрикаһы директоры:
– Беҙ “Zasроrт” компанияһының етештереү бүлексәһе булып торабыҙ. Фабрика спорт кейеменең бөтә төрҙәрен – һыу инеү өсөн йәки көндәлек әйберҙәрҙән алып һөнәри спортсылар өсөн тәғәйенләнгән костюмдарға саҡлы – тегеүгә махсуслашҡан.
Кадрҙар менән тәьмин итеүҙә Башҡортостан Хөкүмәте лә ярҙам итә, республика етәкселегенә бының өсөн ҙур рәхмәт. Шул нигеҙҙә штатты туплау уңышлы бара, һуңғы осорҙа ҡыҫҡа программалар буйынса әҙерлек үткән байтаҡ тегенселәр беҙҙең фабрикаға эшкә урынлашты. Әммә кешеләр тағы ла кәрәк әле, уларҙы эшкә ҡабул итергә әҙербеҙ, сөнки заказдар ҙа, уларҙы үтәү өсөн ҡорамалдар ҙа бар.
Ҡеүәттәргә килгәндә, беҙ бөгөн булған штат менән айына 10 мең һәм унан да күберәк тауар берәмеге етештерә алабыҙ. Мин бында спорт костюмдарын һәм “фитнес-кейем”де күҙ алдында тотам, ә эшселәр өсөн махсус кейем етештереүе ауырыраҡ, сөнки ул ҡатмарлы продукция булып тора. Күршелә урынлашҡан “Аркада” фабрикаһы өсөн беҙ көнәркәш түгел, сөнки, улар ҙа махсус кейем текһә лә, төрлө йүнәлештәрҙә эшләйбеҙ.
Ғөмүмән, эштең асылы көнәркәшлектә түгел, ә етештереү мөмкинлектәрендә: бында иң мөһиме – сифат һәм зказдарҙы килешелгән ваҡытта үтәү. “Zasрорт” компанияһының сифат буйынса талаптары ҙур, беҙҙең етештереү ул талаптарға тулыһынса яуап бирә, сөнки технологик мөмкинлектәр бар.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.