Иҡтисад
12 Февраль 2025, 09:44

Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләйҙәр!

Беларусь менән дуҫлыҡ нығый. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы. 

Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләйҙәр!Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләйҙәр!
Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләйҙәр!

Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкләгән рәсми делегация Беларусь Республикаһында булып ҡайтты. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо ише яңылыҡтар хәҙер күптәр өсөн көндәлеккә әйләнде: бындай юғары кимәлдәге рәсми сәфәрҙәр йыш булып тора. Рәсәй төбәге етәксеһенең президент хәтле президент менән осрашыуына ла бик ғәжәпләнмәйбеҙ: Башҡортостан сит илдәр менән яҡшы мөнәсәбәттә һәм бындай осрашыуҙар ҙа йыш ойошторола.

Уртаҡ маҡсаттар берләштерә

Ә бына ошондай осрашыуҙар һөҙөмтәһе Башҡортостан халҡы, республика иҡтисады өсөн күпме файҙа килтергәнен күптәр беләме икән? Яңынан-яңы етештереүҙәр, заводтар асыла, тимәк, эш урындары булдырыла, иҡтисадта аҡса әйләнеше арта, республика өсөн кәрәкле тауарҙар барлыҡҡа килә, уларҙы һатыу мөмкинлектәре киңәйә. Гуманитар, туристик һөҙөмтәләр ҙә ғәйәт ҙур: беҙҙең кешеләр арзан хаҡҡа сит ил дәүләтен күреп ҡайта, айырыуса пенсионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары бындай мөмкинлеккә шатлана. Минск ҡалаһына булдырылған тура рейстар ҙа үҙ пассажирҙарын тапты һәм уларға ихтыяж ҙур. Шуға күрә яңы рейс асыу күҙаллана. Ә быйыл ике дәүләт алдында ҙур бурыс тора: лайыҡлы кимәлдә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләү. Уртаҡ еңеү, уртаҡ геройҙар ҙа беҙҙе берләштерә һәм дуҫлыҡты нығыта.

Беларусь Президенты хеҙмәттәшлек яҡлы

Был хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә кәрәк һәм ҡәҙерле. Беларусь яғынан булған ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы республика Президенты Александр Лукашенконың шәхсән осрашыуы ла һөйләй. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәренең яңынан һайланғандан һуң Беларусь Президенты Александр Лукашенко менән осрашҡан тәүге етәкселәренең береһе булды. Сәфәр һөҙөмтәләре, Башҡортостан һәм Беларустың күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек тарихында яңы бит аса, тимәк, әлегә тиклем булмаған яңы перспективалар ҙа барлыҡҡа килә, тип раҫларға мөмкинлек бирә.

Әлеге ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа сит ил дәүләттәре менән хеҙмәттәшлек алып барыу төбәк властары эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше булып тора. Шуға күрә Башҡортостан һуңғы йылдарҙа электән беҙгә дуҫтарса мөнәсәбәттә булған илдәр менән хеҙмәттәшлекте бермә-бер арттырҙы. Беларусь менән иһә беҙҙең мөнәсәбәттәр айырыуса йылы һәм яҡын, сөнки был республика - Рәсәйҙең иң яҡын союзнигы.

Радий Хәбиров менән Александр Лукашенконың осрашыуы барышында Беларусь Президенты шунда уҡ үҙ-ара тауар әйләнешен үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм ағымдағы йылда уҡ быға тиклем булдырылған 320 миллион долларлыҡ сикте үтергә тәҡдим итте.

Александр Лукашенко Башҡортостан менән Беларустың күп кенә өлкәләрҙә үҙ-ара һөҙөмтәле эшмәкәрлекте яйға һалыуына, артабан үҫешеү өсөн яҡшы потенциал булдырылыуына иғтибар итте.

– Беҙгә һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеү бик уңайлы һәм бик файҙалы, сөнки республикағыҙ – Рәсәйҙең Европа үҙәге, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда иң алдынғы, үҫешкән үҙәктәрҙең береһе. Шуға күрә һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеү һәм бергәләп эшләү уңайлы, – тине ул.

Һуңғы алты йылда Башҡортостан менән Беларусь хеҙмәттәшлеге ярайһы уҡ алға китте. 2023 йылда “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә Белоруссияның “Амкодор” холдингы заводын асыу – һиҙелерлек һөҙөмтәләр араһында. Предприятие иген, ҡуҙаҡлы иген, ярма һәм май культураларын урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн иген таҙартыу-киптереү комплекстары сығара.

“Амкодор-Алға” заводы төҙөлә башланы, ул 16 юл-төҙөлөш техникаһы төрөн сығарасаҡ. Александр Лукашенко берлектә етештерелгән продукцияға “бик ҙур ихтыяж” булыуын билдәләне. Өфөлә Минск МАЗ-ы менән поставкаланған машина комплекттарынан йыйылған троллейбустар ҙа ҙур һорау менән файҙалана. Һуңғы ике йылда бында йыл һайын 300-ҙән ашыу машина йыйыла, Өфө-Минск троллейбустары Башҡортостандың баш ҡалаһы һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалалары урамдары буйлап йөрөй, ә ғәмәлдәге производство Рәсәй баҙарының 35 процентын биләй.

Ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшелә, яңылары билдәләнә

Әлеге Беларусь Президенты менән осрашыу Радий Хәбиров өсөн тәүгеһе түгел. Быға тиклем улар 2021 йылда күрешкәйне. Ул саҡта һүҙ пандемия осоронда кәмегән тауар әйләнешен тергеҙеү, артабан иҡтисад һәм сәнәғәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһында барғайны. Бөгөн уларҙың барыһына ла өлгәшелгән, 2022-2024 йылдарға юл картаһында нығытылған хеҙмәттәшлектең бөтә йүнәлештәре тулыһынса үтәлгән.

Әлеге сәфәр барышында иһә яңы юл картаһына ҡул ҡуйылды, уға һигеҙ йүнәлеш буйынса 74 пункт инде, бынан тыш, берлектәге 11 саранан торған календарь раҫланды. Рәсәй-белорус инвестиция кластерын булдырыу буйынса проект юл картаһының төп проекттарының береһе булып тора. Проектты Белоруссия президенты хупланы, Белоруссияла һәм Башҡортостанда Рәсәй-Беларусь һәм Беларусь-Рәсәй инвестиция кластерҙарын булдырыу һәм уларҙың эше буйынса проектты ғәмәлгә ашырыуҙың юл картаһына ҡул ҡуйылды. Әле халыҡ-ара һәм федераль кимәлдәрҙә консультациялар бара. Проектты тормошҡа ашыра башлауҙың контроль нөктәһе булып Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең XII форумы торорға тейеш. Ул быйыл июндә Түбәнге Новгородта үтәсәк.

Шулай итеп рәсми делегация сәфәрҙә булып, килешеүҙәр булдырып ҡайтты һәм бөгөндән әүҙем эш башланды ла. Һөҙөмтәләрҙең ҡайһы берҙәрен яҡын арала уҡ күрәсәкбеҙ. Сәфәр барышында Минск МАЗ-ы менән Өфө трамвай-троллейбус заводы кооперацияһын артабан үҫтереү тураһында һөйләшеп килешелгән ине. Яҡын арала яңы компания теркәләсәк. Уны Өфө районындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә урынлаштырыу планлаштырыла, ул йыл һайын 400-500 троллейбус сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Өфөлә шулай уҡ “Амкодор-Өфө” етештереү-сервис үҙәге асыласаҡ. Буласаҡ кластерҙың был проекттары – төп проекттар иҫәбендә. Бынан тыш, МАЗ комплекттарынан коммуналь техника (сүп ташыусы машиналар) йыйыу буйынса хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге өйрәнелә.

Туризм, яңы рейстар, зубрҙар, Еңеү

Радий Хәбиров Белоруссия президенты менән осрашыуҙа шулай уҡ берлектәге инвестиция кластерын булдырыу, пилотһыҙ осоу аппараттары производствоһын үҫтереү һәм туристик алмашыуҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Туризм өлкәһен ентекле тикшерҙек. Беҙ көмөш йәштәгеләргә “Башҡортостан-белорус оҙон ғүмерлеге” программаһы сиктәрендә Беларусь Республикаһына барыу мөмкинлеген астыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Һәм хәҙер Беларусь хөкүмәтенә үҙ ветерандары өсөн дә шундай уҡ программа ойошторорға һәм уларҙың пенсионерҙарын беҙгә килтерергә тәҡдим иттек. Туристар килгәндә иҡтисад та емешле эшләй бит – йәшәү, туҡланыу, сувенирҙар. Шуға күрә Белоруссия яғы был сегментта үҙенең мөмкинлектәрен өйрәнәсәк. Бынан тыш, Александр Григорьевич Башҡортостанда зубрҙар көтөүен булдырыу буйынса ғилми проектты тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһынды. Президент ярҙамы менән 18 баш мал һатып алдыҡ, әле уларҙың һаны 23-кә етте. Беҙҙең төбәктә биш быҙау тыуҙы ла инде. Дөйөм алғанда, был - беҙҙең дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлектең мөһим проекты.

Туризм тигәндән, Радий Фәрит улы программаға ветерандарҙан тыш мәктәп уҡыусыларын да индереү яҡлы.

– Беҙ бында уҡыусыларыбыҙҙы алып килергә теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ Беларусь йәштәрен ҡабул итергә, улар өсөн ҡыҙыҡлы мәҙәни-мәғариф программаһы әҙерләргә әҙербеҙ.

Эйе, хеҙмәттәшлекте сәнәғәт өлкәһендә генә үҫтереү планлаштырылмай. Шулай уҡ, Беларусь Республикаһының Өфөләге Сауҙа йортон төҙөү, Белоруссияның “До ДОМУ” селтәре магазинын асыу ҡарала. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан берлектәге саралар планлаштырылған. Өфөнән Минскиға икенсе (аҙнаһына) тура авиарейс асылыуы эшлекле хеҙмәттәшлекте нығытыуға, туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, тиҙҙән Өфөлә Беларусь генераль консуллығы асыласаҡ.

Белгес юғары баһалай

Ике яҡлы хеҙмәттәшлекте иҡтисад белгестәре лә, мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалындағы финанс һәм кредит кафедраһы доценты Азамат Барлыбаев юғары баһалай.

– Башҡортостан менән Беларусь Республикаһын күптәнге сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек бәйләй, – ти Азамат Әҙеһәм улы. – Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса ике яҡлы килешеүгә 1999 йылда уҡ ҡул ҡуйылды. Һөҙөмтәлә 2001 йылда Өфө ҡалаһында Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге илселеге эшләй башланы. Күптән түгел иһә, 2021 йылда, Минскиҙа Башҡортостан вәкиллеге булдырылды. Ике дәүләттең дә ҡеүәте ҙур. Шуға ла хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, улар Туймазы пластик әйберҙәр заводына һәм “Стройтрейд” компанияһына киң ҡулланыу тауарҙарын ташый. Беҙҙең “БелЗАН” компанияһы иһә белорус предприятиеларын станок ҡорамалдары, автомобиль комплекттары менән тәьмин итә. Өфө троллейбус-трамвай заводы менән Минск автозаводының берлектә троллейбус эшләү проекты йылдам үҫеш алды. Яңы инициатива – Башҡортостан-Беларусь инвестиция кластеры төҙөү. Ул ике республика компаниялары араһындағы берлектәге проекттарға ярҙам системаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ике арала иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлеген киңәйтеү планлаштырыла.

Эш дауам итә

Ҡыҫҡаһы, Башҡортостандың рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына барып ҡайтыуы ике яҡтың партнерлығын тағы ла нығытты. Улай ғына түгел иҡтисадта, сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм гуманитар өлкәлә яңы мөмкинлектәр асты.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, ошо йылдарҙа беҙ хеҙмәттәшлектең башланғыс этабын үттек, ә әле ныҡлы эш, тәрәнерәк кооперация башланды. Шуға күрә яҡтарҙың эш осрашыуҙары ла артты. Моғайын, күп тә тормай Беларусь яғы беҙгә яуап сәфәре менән килеп тә етер.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләйҙәр!
Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләйҙәр!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас