13 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестсәғәт” форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын уҙғарҙы. Эш барышында төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов быйыл ғинуарҙа Радий Хәбировтың йәш эшҡыуарҙар форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу һөҙөмтәһендә төбәк етәксеһенең ҡушылған эштәренең үтәлеше менән таныштырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аралашыу барышында эшҡыуарҙар проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаларын бүлеү, рәсмиләштереү буйынса һорауҙарын биргәйне. Башҡортостан Башлығы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына ҡатнашыусылар менән берлектә хәл ителмәгән һорауҙарҙы өйрәнергә ҡушты.
Рөстәм Моратов үҙенең доклады барышында хәлде анализлап, эшҡыуарҙарға ер мәсьәләләрен хәл итеү варианттарын тәҡдим итеүҙәрен белдерҙе. Инвесткомитет ултырышында артабан сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, туризм тармағында яңы башланғыстарҙы ҡаранылар. Әбйәлил районында “Экоауыл-2” глэмпингын төҙөү планы тураһында Магнитогорск металлургия компанияһының социаль һорауҙар буйынса генераль директор урынбаҫары Алексей Жлоба һөйләне. 2023 йыл аҙағында инвестор Әбйәлил районы биләмәһендә “Эко ауыл” глэмпингын асты. Ул республикала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар араһында юғары һорау менән ҡулланыла. Ошоноң менән бәйле компания тағы ла бер проект әҙерләне.
“Эко ауыл-2” булдырыу өсөн инвестиция күләме 282, 8 миллион һум тәшкил итә. Аҡсаны ҡунаҡ йорттарын, мунса комплекстарын, бассейндар, сауҙа нөктәләре, йәмәғәт туҡланыуы урындары төҙөүгә йүнәлтеү күҙаллана.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн беренсе глэмпинг эргәһендә ер участкаһы һайланып алынды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.