18 ғинуарҙа Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәге - Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Киләсәк командаһы» төбәк ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашты.
Сара төбәктең агросәнәғәт комплексының 165 йәш белгесен һәм ауыл хужалығы профилендәге студенттарҙы берләштергән. Радий Хәбиров үҙенең сығышында Башҡортостандың илдең алдынғы аграр төбәктәренең береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Республикабыҙ һөт, һыйыр ите, ҡымыҙ һәм бал етештереү буйынса өс лидер иҫәбенә инә. Беҙ ярайһы уҡ күп күләмдә иген, йәшелсә үҫтерәбеҙ, май һәм шәкәр етештерәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. - Беҙ индустриаль ауыл хужалығын формалаштырыу юлынан барабыҙ, инфраструктураны үҫтереүгә һәм производстволарҙы модернизациялауға аҡса һалабыҙ. Миҫал килтерәм: 2018 йылдан алып беҙ 21 индустриаль ферма астыҡ, унда республикала етештерелгән бөтә тауар һөтөнөң 42 проценты етештерелә. Тармаҡ технологик яҡтан үҫешә. Республиканың ауыл хужалығында 50 мең самаһы кеше эшләй, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы республикала ауыл хужалығын үҫтереү өсөн төп бурыстарҙың береһе тип инвестициялар йәлеп итеүҙе атаны.
– Был өлкәнең һәр ваҡыт сығымлы буласағын аңларға кәрәк, - тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Ярҙамдың күп төрҙәре бар, уларҙың береһе – федераль гранттар һәм субсидиялар. 2025 йылда Башҡортостан буйынса улар 5 миллиард һум самаһы тәшкил итә, өҫтәүенә льготалы банк продукттары. Яңы эш башлаған фермерҙар өсөн – «Агростартап» гранты, ә ғаилә бизнесын үҫтерергә теләүселәр өсөн «Ғаилә фермалары» гранты ҡаралған. Шуға күрә һеҙ, нигеҙҙә, дәүләт ярҙамы сараларының ярайһы уҡ үҫешкән системаһы барлығын аңларға тейешһегеҙ. Беҙ ауылға бик һаҡсыл ҡарарға тырышабыҙ.
Радий Хәбиров шулай уҡ ауыл йәштәре вәкилдәренә «Башҡортостан Республикаһының ирекмәне» почет билдәләрен тапшырҙы. Артабан республика етәксеһе форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Ауыл йәштәре вәкилдәре Башҡортостанда зубр популяцияһын артабан үҫтереү пландары, шулай уҡ йылҡысылыҡҡа ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһынды.
- Зубрҙар тарихы яҡынса өс йыл элек барлыҡҡа килде. Беҙ уға төптән ҡараныҡ. Был эштә бик күп нескәлектәр бар. Беҙҙең бурыс - республикала үҙенән-үҙе үрсеүсе көтөү булдырыу. Был кәм тигәндә бер нисә йөҙ дана. Шулай уҡ кешеләр был хайуандарҙы күҙәтә алһын өсөн яңы туристик маршруттар булдырыу планлаштырыла. Был республикабыҙҙы биҙәйәсәк, - тип яуапланы Радий Хәбиров. - Башҡорт аты тоҡомона килгәндә, 2023 йылда Роспатент Башҡортостанға «Башҡорт аты» атамаһына айырым хоҡуҡ бирҙе. Бында беҙ ике теманы берләштерәбеҙ. Был - Баймаҡта тоҡомдо һаҡлауға, спорт йылҡысылығын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Башҡорт аты» фестивале. Икенсеһе – Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу, уның визит-үҙәген беҙ Шишмәлә астыҡ та инде. Уның эргәһендә башҡорт аты һәм һунарсы ҡоштар үҙәген төҙөйәсәкбеҙ.
Осрашыуҙа экологик туризмды үҫтереү һәм республикала экофермалар булдырыу темалары күтәрелде. Шулай уҡ йәштәрҙе республика ауылдарында алкоголде артыҡ ҡулланыу менән көрәш темаһы борсой. Радий Хәбиров был мәсьәләне хәл итеүҙең төбәк халҡының именлеге өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда түбәнерәк. Ни өсөн бындай айырма? Шул иҫәптән алкоголь арҡаһында. Беҙ бының менән көрәшә башланыҡ, мәҫәлән, «Айыҡ ауыл» конкурсын иғлан иттек. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса ауылдарҙы үҫтереүгә аҡса алыу өсөн кешеләр үҙҙәре инициатива күрһәтә, – тине Радий Хәбиров.
Ауылда ветеринар табиптар етешмәүе, агростартаптарға дәүләт ярҙамы һәм теплица комплекстарын субсидиялау мәсьәләһе тураһында ла һорауҙар булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов агростартаптарға, ғаилә фермаларына, кооперативтарға һәм агротуризмға ярҙам итеү программаларының 2030 йылға тиклем һаҡланасағы хаҡында һөйләне. Йәш фермерҙарҙы хужалыҡтарҙы киңәйтеү өсөн субсидиялар алыу мөмкинлеге лә ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала был йүнәлеш буйынса эш алып барыла. Шулай уҡ йәш аграрийҙар менән техник культуралар етештереүгә булышлыҡ итеү һәм бәләкәй тораҡ пункттарҙа социаль инфраструктура булдырыу мәсьәләләре тикшерелде. Осрашыу аҙағында республика Башлығы ҡатнашыусыларға төплө һөйләшеү өсөн рәхмәт әйтте һәм аграрийҙарға форумда уңышлы эшләүҙәрен теләне. Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе йәштәр менән аралашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Улар – өлкән, яуаплы кешеләр, бәләкәй ватанын ихлас ярата, эшләргә һәм ауылды үҫтерергә ынтыла. Күптәр үҙ проекттарын тормошҡа ашыра башлаған да инде, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бындай осрашыуҙарҙы дауам итәсәкбеҙ. Улар ауыл хужалығыбыҙҙың нисек үҫешкәнен һәм тармаҡҡа нимә менән ярҙам итә алыуыбыҙҙы төшөндөрә.
Фото: glavarb.ru