Иҡтисад
18 Февраль 2025, 14:20

Ауыл киләсәге өсөн

Бөгөн Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттары кампусында «Киләсәк командаһы» ауыл йәштәренең төбәк форумы башланды.

Ауыл киләсәге өсөнАуыл киләсәге өсөн
Ауыл киләсәге өсөн

Бөгөн Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттары кампусында «Киләсәк командаһы» ауыл йәштәренең төбәк форумы башланды. Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары, ауыл хужалығы колледждары уҡыусылары, агропредприятиелар хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ фермерҙар «Ҡайнау нөктәһе» залында йыйылды.

Панель дискуссия ауыл хужалығында йәштәр темаһына һәм уны үҫтереү перспективаларына арналды. Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты.

- Һеҙ йәш, һеҙҙә иң ҡиммәтле һәм яңынан тергеҙелмәй торған ресурс - ваҡыт күп, - тип билдәләне ул, дискуссияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп. - Үҙеңде тормошта, һөнәрҙә табыу өсөн бындай мөмкинлектәрҙе күберәк файҙаланырға кәрәк. Ә бының өсөн компетенциялар булырға тейеш. Төрлө йүнәлештәрҙә компетенциялар туплау өсөн бөгөн һеҙҙең ваҡытығыҙ етә. Һәр ваҡыт үҙеңде эҙләргә һәм һөнәри эшмәкәрлек ҡыҙыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Иртән эшкә ҙур теләк менән килергә һәм шундай уҡ теләк менән өйгә ҡайтырға кәрәк. Ул саҡта һеҙҙең үҙегеҙ өсөн дә, дәүләт өсөн дә һөҙөмтә буласаҡ.

Миҫал итеп Илшат Фәзрахманов аграр ведомство етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе тураһында һөйләне.

«Россельхозбанк» акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы директоры Алексей Самсонов студенттарға «СВОЕ» һанлы экосистемаһы тураһында бәйән итте.

Төбәк аграрийҙары өсөн төп уҡыу йорто - Башҡорт дәүләт аграр университеты тураһында тәрбиә эштәре һәм йәштәр сәйәсәте буйынса проректор Рузил Йәғәфәров һөйләне. Студенттар алдында шулай уҡ Аксёнов агроколледжы директоры Ришат Абдулвәлиев, «УК Стар Нафта» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Ғәзизова, Башҡортостан Республикаһы Фермерҙар һәм кооперативтар ассоциацияһы рәйесе Вилена Дәүләтова сығыш яһаны. Уларҙың һәр береһе эшҡыуарлыҡҡа, фермерлыҡҡа, остазлыҡҡа илткән юлдар хаҡында әйтеп үтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: спикерҙар киләсәктә үҙ урынында кемде күрергә теләүҙәрен билдәләне.  

Фото: pravitelstvorb.ru

Ауыл киләсәге өсөн
Ауыл киләсәге өсөн
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас