Иҡтисад
18 Февраль 2025, 09:15

Өфөлә ҙур форумдар үтә

Сарала ситтән мәртәбәле ҡунаҡтар көтөлә.

Өфөлә ҙур форумдар үтәӨфөлә ҙур форумдар үтә
Өфөлә ҙур форумдар үтә

Өфө ҡалаһында "УралСтройИндустрия" тигән форум-күргәҙмә,  "ПроНедвижимсть" һәм "Йәш белгес – киләсәкте төҙөүсе" исемле күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙҙың вуз-ара кампусында Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов, республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Кира Ғәләмова һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

– Беҙҙә бик ҙур сара көтөлә, ситтән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы көтәбеҙ, – тип һөйләне Артем Васильевич. – Бөтәһе 500-ҙән ашыу спикер сығыш яһаясаҡ, Рәсәйҙең 11 төбәгенән  80 тирәһе компанияның ҡатнашыуы көтөлә.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Кира Ғәләмова йәштәр форумы тураһында тулы итеп һөйләне. Унда төҙөлөш фирмалары, етештереү компаниялары, юғары уҡыу йорттары һәм урта һөнәрселек училищелары студенттары ҡатнаша.

Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова билдәләүенсә, форумға әҙерлек етди алып барыла, сара барышында бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡтарға юл ҡуйылмаясаҡ.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас