Иҡтисад
18 Февраль 2025, 14:40

Халыҡ-ара күргәҙмә уҙасаҡ

Бөгөн Өфөлә, Вуз-ара кампус майҙансығында «Урал Төҙөлөш Индустрияһы» халыҡ-ара форумына һәм «Күсемһеҙ милек хаҡында» күргәҙмәһенә арналған матбуғат конференцияһы үтте.

Халыҡ-ара күргәҙмә уҙасаҡХалыҡ-ара күргәҙмә уҙасаҡ
Халыҡ-ара күргәҙмә уҙасаҡ

Бөгөн Өфөлә, Вуз-ара кампус майҙансығында «Урал Төҙөлөш Индустрияһы» халыҡ-ара форумына һәм «Күсемһеҙ милек хаҡында» күргәҙмәһенә арналған матбуғат конференцияһы үтте.

Күләмле саралар Өфөлә ағымдағы йылдың 19-21 февралендә үтәсәк. Ойоштороусыһы - Рәсәй Төҙөлөш министрлығы булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте, Республиканың Төҙөлөш министрлығы, Өфө хакимиәте, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.

Конференцияла БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов, БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Кира Ғәлләмова, Башҡортостан күргәҙмә компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова ҡатнашты.

Сара сиктәрендә республикала һәм бөтә илдә төҙөлөш тармағының киләсәгенә һәм кадрҙар потенциалына ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде, форумдар программаһы иғлан ителде.

- Күргәҙмәләрҙең төп маҡсаты - форум ҡунаҡтарын һәм республика халҡын төҙөлөш тармағының потенциалы менән таныштырыу. Беҙ төҙөлөш комплексына үткән йылға йомғаҡ яһаясаҡбыҙ, яңы милли проект, тармаҡтың артабан нисек үҫешәсәге хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Шулай уҡ һанлаштырыу, төҙөлөшкә яһалма интеллект индереү буйынса секцияларҙа сығыш яһау ҡыҙыҡлы буласаҡ, - тип билдәләне Артем Ковшов.

Күргәҙмәләр “ӨФӨ ЭКСПО” комплексы майҙансығында үтәсәк, унда 10 мең самаһы кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Экспозицияларҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 80-дән ашыу компания ҡатнашасаҡ. Эшлекле программа сиктәрендә пленар ултырыш үткәреләсәк, тармаҡты үҫтереүҙең төп йүнәлештәре буйынса 20-нән ашыу тематик секция эшләйәсәк. 200-ҙән ашыу эксперттың сығышы көтөлә. Форум эшендә федераль эксперттар ҡатнашасаҡ. Килеүселәр өсөн һалым хеҙмәте, Роскадастр, Роспотребнадзор, БР Финанс үҙәге, Күп функциялы үҙәк, банктар белгестәренән бушлай консультациялар биләмәһе эшләйәсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас