Иҡтисад
19 Февраль 2025, 08:30

Башҡортостан – төҙөлөш тармағында лидер

Рөстәм Ғәзизов билдәләүенсә, һуңғы алты йылда республикабыҙҙа төҙөлөш йүнәлешендә алға китеш күҙәтелә.

Башҡортостан – төҙөлөш тармағында лидерБашҡортостан – төҙөлөш тармағында лидер
Башҡортостан – төҙөлөш тармағында лидер

Өфө ҡалаһындағы "ЭКСПО" күргәҙмәләр залында 32-се халыҡ-ара "УралСтройИндустрия" тигән форум-күргәҙмә һәм "ПроНедвижимость" исемле күргәҙмә ойошторолдо.

Унда Рәсәйҙең 11 төбәгенән 80 компания ҡатнаша. "Мәскәү ҡалаһынан "Тромбон" йәмғиәте, Санкт-Петербург ҡалаһындағы "Эм-Си Баухеми" предприятиеһы, "Һамар керамик материалдар комбинаты" акционерҙар йәмғиәте, Өфө ҡалаһынан "Гидроизоник" йәмғиәте, "Башҡорт кирбесе" сауҙа йорто йәмғиәте, "Салауатстекло" акционерҙар йәмғиәте (Салауат ҡалаһы), "Изолар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Күмертау ҡалаһы), Башҡортостандың ҡала янында төҙөлөшө алып барған йәмғиәттәре, "Уфимское ожерелье" ҡала проекты һәм башҡа ойошмалар шуға асыҡ миҫал. Күргәҙәмәлә шулай уҡ "Башҡортостан" мәҙәни коды балалар-үҫмерҙәр үҙәгенең дә ҡатнашыуы маҡтауға лайыҡ.

Аҙаҡтан "Тормош өсөн инфраструктура: төҙөлөш тармағын үҫтереүҙең яңы офоҡтары" тигән пленар ултырыш булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов билдәләүенсә, мәртәбәле форумдың йылдан-йыл географияһы киңәйгәндән-киңәйә бара, быйыл иһә Рәсәйҙең бик күп төбәктәренән ҡунаҡтарҙың ҡатнашырға теләк беледереүенә нисек шатланмаҫҡа!

– Һуңғы алты йылда республикабыҙҙа төҙөлөш йүнәлешендә алға китеш күҙәтелде, был тәңгәлдә тотош республикабыҙҙың берҙәм командаһын билдәләмәү мөмкин түгел, – тине Рөстәм Фәрит улы. – Торлаҡ төҙөлөшө буйынса рекорд ҡуйҙыҡ тиһәң дә мөмкин, ҡала янында төҙөлөш ҡайнай, иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү ҙә йылдам бара, ҡыҫҡаһы, Башҡортостан төҙөлөш өлкәһендә илебеҙҙә лидерлыҡты бирмәй.

Рөстәм Ғәзизов киләсәккә ҡуйылған амбициоз пландары менән дә таныштырҙы.

Федераль Йыйылышы Федерация Советының Башҡортостандан сенатор Олег Голов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Голунов, Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры ярҙамсыһы Елена Звонарева, Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәне академияһы Төҙөлөш физикаһы ғилми-тикшеренең институтының инновацион һәм уҡытыу эштәре буынса директор урынбаҫары Алина Постовалова һәм бүтәндәр сығыш яһаны.    

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Башҡортостан – төҙөлөш тармағында лидер
Башҡортостан – төҙөлөш тармағында лидер
Башҡортостан – төҙөлөш тармағында лидер
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас