Бөгөн ДОМ.РФ аналитика үҙәге “Волга буйы федераль округында торлаҡ төҙөлөшө үҫеше” тигән темаға онлайн-конференция ойошторҙо. Ошо тармаҡтың бөгөнгө торошона ниндәй баһа бирелде, уны артабан яҡшыртыу өсөн федераль округ буйынса ниндәй саралар күреләсәк?
Һәр заманда ла көнүҙәк булып торған был үҫеш мәсьәләлер буйынса ДОМ.РФ аналитика үҙәге етәксеһе урынбаҫары Екатерина Власова, ошо Үҙәктең “Ҡала төҙөлөшө, проекттар һәм инфраструктураны хеҙмәтләндереү” бүлеге директоры Иван Будлов, Консультация үҙәге директоры Михаил Ковалев, проекттарҙы аналитик хеҙмәтләндереү бүлеге етәксеһе Ксения Базанчук, “Инфраструктура облигациялары” бүлеге етәксеһе Алла Иванова, “Шәхси торлаҡ төҙөлөшө” бүлеге етәксеһе Георгий Прозоровский һәм башҡалар сығыш яһаны.
– Халыҡтың эш хаҡы һәм килеменең әүҙем үҫеше, төбәктәрҙәге яңы үҫеш нөктәләре, адреслы ташламалы программаларҙың оҙайтылыуы Рәсәйҙә торлаҡ төҙөлөшөн тиҙләтеүсе шарттар булып тора, – тине Екатерина Власова. – Ә тотҡарлаусы сәбәптәр – башланғыс банк ставкаһының күтәрелеүе, дөйөм ташламалы ипотеканы туҡтатыу, төҙөлөш ойошмаларының корпоратив бурысының ҙур булыуы.
Федераль округта былтыр төҙөлгән торлаҡ майҙанының 60 проценты шәхси төҙөлөшкә тура килә. Башҡортостан был йүнәлештә өлгөлө төбәк булараҡ телгә алынды: республикала былтыр 2 миллион 335 мең квадрат метр шәхси торлаҡ сафҡа ингән, үҫеш алдағы йыл менән сағыштырғанда 13 процент тәшкил итә. Ул Башҡортостанда ошо осорҙа файҙаланыуға тапшырылған бөтә торлаҡ майҙанының 70 процентын биләй.
Был сарала тикшерелгән проблемаларға арналған тулы мәҡәләне “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.